Благовещен районында янғында дүрт автомобиль һәм өс йорт яны ҡоролмаһы зыян күргән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 10:41 сәғәттә Благовещен районының Ошмянка ауылындағы үҙәк урамда янғын тураһында хәбәр иткәндәр. Ваҡиға урынына ведомствоның подразделениеһы, хакимиәттең янғын һүндереү техникаһы йүнәлә. Ҡотҡарыусылар килгәндә бер ҡыйыҡ аҫтында булған һарай, мунса, утынлыҡты ут ялмап алған була. Яҡынса 230 квадрат метр майҙан тәшкил итә. Уттың торлаҡ йортҡа күсеү ҡурҡынысы янаған. Шулай уҡ уттан дүрт автомобиль зыян күргән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе билдәләүенсә, йортта патронат ғаилә йәшәй: 17 бала, мәктәп йәшендәге балалар, уҡыу йорттарында булған. Зыян күреүселәр юҡ. Янғындың сәбәбе асыҡлана, унда ведомствоның тәүтикшереүсеһе эшләй. Шулай уҡ бөгөн төндә, 05.05 сәғәттә, Ауырғазы районының Мостафа ауылында йорт янған. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш и
17 бала тәрбиәләгән патронат ғаилә ихатаһында янғын булған
10 апреля 202310 апр 2023
1 мин