Кисә, 9 апрелдә, киске сәғәт етеләрҙә Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ Миәкә автомобиль юлында, Шишмә районының Ирек һәм Шишмә ауылдары араһында, бер юлы өс автомобиль бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә ике кешене дауаханаға алып киткәндәр. Өфөлә Октябрь проспектында (24/1-се йорт ҡаршыһында) шулай уҡ киске сәғәт ете тирәһендә биш автомобиль бәрелешкән. “Лада ларгус” водителе боролғанда ҡаршы килгән “Порш Кайен” менән бәрелешә, шунан һуң улар юл буйында торған “Лада Гранта” һәм ике “Датсун”ға бәрелә. Аварияла йәрәхәтләнгән "Лада ларгус" водителе дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынындарында ЮХХДИ һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, сәбәптәрен асыҡлай. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, унда дүрт кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1600-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған, 28 иҫерек водитель ҡулға алынған, шуларҙың етеһе иҫерек килеш руль артына икенсе тапҡыр ултырған. Бер урланған автомобиль табылған. Юлдар детектив, мажара һәм фажиғә урыны булмаһын, ә беҙҙе теләгән урынға барырға ярҙам итеүсе булһын ине, тигән теләк теләй сәфәргә сыҡҡан һәр пассажир. Шуға ла кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ алып, автомобиль руленә ултырған водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине. Фото һәм видеояҙма: @bash_gibdd