29 мартта Ҡалмыҡстан Республикаһының Сарпа районы Садовое ауылында Зәйтүнә Әлбаеваның кәүҙәһен эҙләү тамамланған. ...1942 йылдың авгусында Садовое ауылында 44-се айырым һауа күҙәтеүе, хәбәр итеү һәм элемтә батальоны взводынан (ВНОС) алты ҡыҙ — элемтәсе һәм күҙәтеү һағы начальнигы урынлашҡан була. Шул иртәлә ауылда беренсе тапҡыр немец моторазведкаһы күренә. Улар сәғәт 11-ҙә күҙәтеү һағын уратып, баҫып алырға ҡарар итә. Ҡаршылыҡ көтөлмәй. Әммә уларҙы Башҡортостан ҡыҙы Зәйтүнә Әлбаеваның винтовка залпы ҡаршылай. Тиңһеҙ алышта ул үлемесле яралана. Күрше һаҡтарҙағы ҡыҙҙар Зәйтүнәнең ғүмеренең һуңғы минуттары нисек үтеүен ишетә. Яҡынлашып килгән немец мотоциклсыларын күреп, ул был хаҡта ротаға хәбәр итә, элемтә линияһы аша осоп барған фашист самолеты тураһында мәғлүмәт бирә һәм: “Ут асам”, – ти. Карабиндан һәм автоматтар атыуҙар ишетелә. Һәм тағы ла Зәйтүнәнең тауышы яңғырай: "Ҡыҙҙар, хушығыҙ, Ватаным өсөн үләм!” Немецтар киткәндән һуң урындағы халыҡ ҡыҙҙы һуңғы сиккәсә алышҡан окопта ерләй