Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ҡояш байышын ҡарарға тәҡдим итәм...”

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. “Бөгөн РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут менән республика буйынса эш сәфәрендәмен. Борай ауылында булдыҡ, әле Раевка ауылындабыҙ. Бында эш кәңәшмәһе үтә. Ентекләберәк һуңғараҡ яҙырмын, ә әлегә 375 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәптән төшөрөлгән ҡояш байышын ҡарарға тәҡдим итәм. Был белем усағы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүгә ярашлы төҙөлгән. 1 сентябрҙә ул балалар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ. P.S. Мин райондарҙа ҡояш байышын күҙәтергә тәҡдим итеп яҙған хәбәрҙәрҙе уҡыйым, быйыл былтырғыға ҡарағанда күберәк урындарҙа булырға тырышасаҡмын)”, - тип яҙҙы Андрей Назаров. Фото һәм сығанаҡ: vk.com/wall555400080_5438