Быйыл “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2023” акцияһы 20 апрелдә үтәсәк. Сара йылдағыса онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Диктантты бергәләп яҙыу яҙыу Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында ойошторола. Шулай уҡ 20 апрель көнө Өфө ваҡыты менән 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, телеграм-каналда дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай. 11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа; 11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар акцияға ҡушыла; 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыу ойошторола. Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге бар. Тамамланғас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп, электрон почтаға Bashdiktant2023