Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Таҙа һыу” проекты ярҙамға килә

Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында яңы һыу тәьминәте системаһы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Таҙа һыу» федераль проекты ярҙамында төҙөлә. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. «Был – ҡалала «Таҙа һыу» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу осоронда иң ҙур сығым талап иткән объект. Уны файҙаланыуға тапшырыу эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, шуға күрә төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу динамикаһын айырым контролдә тотабыҙ», - тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов. Әлеге ваҡытта системаның әҙерлеге 65% тәшкил итә. Эштәр графиктан алда бара. Объектты быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе - йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда башланды. Фото: bazazakonov.ru