«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты ярҙамында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы ауыл биләмәләрендә яҡтылыҡ-диодлы яңы яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ. «Урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яңыртыуға йүнәлтелгән энергия сервисы контрактын индереү мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. 11 ауыл «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә тормошҡа ашырылған ошо программаға инде. Был иһә 700-ҙән ашыу урам яҡтыртҡысын яңы ҡорамалдарға алмаштырыу мөмкинлеге бирә», - тип һөйләнеләр район хакимиәтендә. Подрядсы яҡтыртҡыстарҙы үҙаллы һәм үҙ иҫәбенә алмаштырасаҡ, ләкин бер шарт – урамдарҙы яҡтыртыу эшендә экономияланған аҡсаны ауыл биләмәһе ойошмаға тапшырасаҡ. Компания шулай уҡ системаны хеҙмәтләндереүҙе үҙ өҫтөнә ала, йәғни сафтан сыҡҡан яҡтыртҡыстарҙы алмаштыра. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы үҙҙәре йәшәгән төбәкте төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.