Ғәҙил Ғилметдинов ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған кеше, шуға ла инде бишенсе саҡырылыш Салауат районының Лаҡлы ауыл советы депутаты итеп һайланылар, һәм ул ауылдаштары алдында бурысты оло яуаплылыҡ менән башҡара. Ғәҙил Миҙәхәт улы Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумында техник-механик һөнәренә уҡыған. 1974 – 2009 йылдарҙа элекке данлыҡлы Хамматов исемендәге колхозда механизатор булып эшләй. Ә инде колхоз тарҡалғас, урындағы крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында хаҡлы ялға сыҡҡансы һөнәренә тоғро ҡала. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул Башҡортостан, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлыҡтарының, күп тапҡыр район һәм ауыл хакимиәттәренең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Ғүмеренең етенсе тиҫтәһен ҡыуған ауыл хужалығы хеҙмәте ветераны Ғәҙил Ғилметдинов әле лә йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, урындағы бер йыйылыш та, өмәләр ҙә унһыҙ үтмәй. Эшһөйәрлеге, әүҙем, ярҙамсыл булыуы менән халыҡтың ихтирамын яулаған. Ауыл советы депут