“Башҡортостан” гәзите Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан итте. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынаша. Улар араһында Борай районының Борай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы Азат Латипов та бар. Ул 2009 – 2019 йылдарҙа Борай районы хакимиәтенең финанс идаралығында баш белгес булып эшләй. 2019 йылдан Борай ауыл биләмәһенең хакимиәт башлығы вазифаһын ышанып тапшыралар. Азат Ҡатиф улы Латипов Борай районының Борай ауылында тыуып үҫкән. Тыуған еренең илһөйәре яҡташтарының тормошон яҡшыртыу өсөн барлыҡ саралар күрә, шуға ла ҡыҫҡа ғына ваҡытта район етәкселеге алдында ла абруй ҡаҙанған. Ә Борай ауылы биләмәһе хакимиәте ҡаҙаныштарына килгәндә, ысынлап та бында бик күп эштәр тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, былтыр хакимиәт эше, тәү сиратта, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә, уны социаль яҡлауға йүнәлтелгән иҡтисадты, социаль өлкәне, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү