Ошо көндәрҙә Октябрьский ҡалаһында “Демография” милли проекты ярҙамында беренсе тапҡыр “ПРОФФЕСТ. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр осоро” Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе үтте. Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе – ҙур ваҡиға. Йәрминкә форматы эш биреүселәр менән таныштырыу ғына түгел, ә заман дәүләт мәшғүллек хеҙмәтенең бар мөмкинлектәрен күрһәтә. Сарала меңдән ашыу кеше ҡатнашты – ссуз һәм вузда уҡығандар, өлкән класс уҡыусылары, эшһеҙ кешеләр. Октябрьский ҡалаһының Милли мәҙәниәттәр үҙәге фойеһында “Эш урындары вакансиялары йәрминкәһе” үтте. Унда эш эҙләүселәр ҡалала ҡайҙа һәм ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж барлығын белде. Ҙур залда “Карьера төҙөү. Уңыш тарихы” форумы ойошторолдо. Сараның спикерҙары булып хакимиәт вәкилдәре, “Минең бизнес” үҙәге, ҙур предприятиелар һәм ойошмалар белгестәре сығыш яһаны. Көндөң икенсе яртыһындағы сарала өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар өсөн ҡаланың уҡыу йорттары һөнәрҙәр һәм артабан уҡыу урындары йәрминкәһе ойошторҙо. Сәхнәнән агитбригадалар үҙҙәре