Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәнғәт институтында - яңы ректор

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының элекке директоры Илмар Әлмөхәмәтов бынан ары З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры вазифаһын башҡарасаҡ. Бөгөн уны коллектив менән онлайн тәртиптә Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Надежда Преподобная таныштырҙы. Рәсми рәүештә ректор һайлауҙан һуң билдәләнәсәк, әле һайлау көнө билдәләнмәгән. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Илмар Разин улы Әлмөхәмәтов 1971 йылдың 9 июнендә Ишембай ҡалаһында тыуған. 1994 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (актер оҫталығы), 2004 йылда – Сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм эшмәкәрҙәрен кире әҙерләү академияһын (театр режиссеры), 2013 йылда – Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһын (менеджмент) тамамлаған. Уның "Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре" тигән исеме бар. Илмар Әлмөхәмәтов – режиссер, драматург, ҡурсаҡ театры өсөн пьесалар авторы. “Туғанлыҡ” һәм “Ҡолонсаҡ” халыҡ-ара театр фестивалдәре, “Театраль Волга буйы”, “Ниточка” округ фестивалдәрен ойоштороусы һәм режиссер. 2011 йылдың ғинуарынан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, 2015 йылдан – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры етәксеһе. Сәнғәт институтында уҡытыусы булған. Фото: "Башинформ".