Помидор үрсетмәһе имен үҫһен өсөн уны ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡлау саралары күрелә. Үрсетмә сирҙәре бер нисә төрлө була: бәшмәктәр, бактериялар, вирустар, ғәҙәттә, зарарланған орлоҡ, сифатһыҙ тупраҡ, үрсетмәне тәрбиәләү ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта барлыҡҡа килә, ә йоғошһоҙ ауырыуҙар – өҫтәмә туҡландырыуҙы дөрөҫ эшләмәү йә туҡланыу элементтары етешмәү сәбәпле. Иң йыш осраған бер нисә сирҙән ҡара һабаҡ (черная ножка) бик хәүефлеләрҙән һанала, сөнки уның бөтә үрсетмәне һәләк итеүе ихтимал. Ул тупраҡ бәшмәктәренән яһала. Сирле һабаҡ тамырҙың муйын тапҡырында ҡарая, нәҙегәйә, тамыр системаһы үҫеүҙән туҡтай. Үрсетмә тупраҡтан еңел генә һурылып сыға. Помидор үрсетмәһе япраҡтарында ҡайһы берҙә һорғолт сыбар таптар барлыҡҡа килә. Был да бәшмәк сире. Таптар яңынан-яңы япраҡтарға күсә, улар ҡойола. Ауырыу юғары дымлылыҡ һәм юғары һауа температураһы шарттарында бик тиҙ тарала. Бындай күңелһеҙлектәргә юлыҡмаҫ өсөн орлоҡто ла, тупраҡты ла, үрсетмәләрҙе лә тәғәйен препараттар менән эшкәртерг