Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 52-се ултырышында Башҡортостан Хөкүмәтенең 2022 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Төп доклад менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны. Ул уҙған йылды тотош Рәсәй, Башҡортостан һәм һәр беребеҙ өсөн ныҡлыҡҡа һынау булды тип атаны. – Беҙ иҡтисадты санкциялы ысынбарлыҡҡа ҡарап үҙгәрттек. Социаль ярҙам системаһын яҡшырттыҡ. Граждандарыбыҙҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, республика үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшеү өҫтөндә эшләнек. Дуҫ булмаған дәүләттәрҙең санкция баҫымына системалы һәм яйға һалынған эште ҡаршы ҡуйҙыҡ. Коронавирус пандемияһы осоро менән сағыштырғанда ла идара итеүгә бәйле ҡарарҙарҙы әҙерләү тиҙлеген, сифатын арттырҙыҡ. Һис шикһеҙ, эште үҙгәртеп ҡороу тиҙләтеүҙе, ҡануниәт процестарын талап итте, – тине ул һәм депутаттарға был эштәге тиҙлек өсөн рәхмәт әйтте. Андрей Назаров белдереүенсә, Хөкүмәт сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш тармаҡтарында республиканың тотороҡло социаль-иҡтисади