Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика мәктәптәрен төҙөкләндереү тураһында яҙҙы. “Быйыл капиталь ремонт планлаштырылған 77 мәктәптең 74-ендә эш башланды ла инде. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президентының башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған мәктәп биналарын яңыртыуҙың федераль программаһын дауам итәбеҙ. 2022 йылда уға ярашлы 63 бинаны тәртипкә килтерҙек, шул иҫәптән 59 мәктәптә ашханаларҙы, шулай уҡ аҙыҡ-түлек блоктарын төҙөкләндерҙек һәм йыһазландырҙыҡ. Былтыр ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль бюджеттан 2,94 миллиард һум алһаҡ, быйыл – 3,6 миллиард һум. Йәнә 640 миллион һум республика бюджетынан бүленә. Быйылға капиталь ремонт планына ингән һәр мәктәп буйынса план-график төҙөлгән. Эштең үтәлешен даими күҙәтеп барасаҡбыҙ. Ремонт ваҡытында балаларҙы башҡа мәктәптәргә күсерәбеҙ. Бындай мөмкинлек булмаһа, башҡа ҡулай биналарҙа – балалар баҡсаларында, колледждарҙа, мәҙәниәт йорттарында уҡытыуҙы ойошторабыҙ. Уҡыусыларҙың бер өлөшө дистанцияла белем алас