Башҡортостан халҡын 28-29 июндә Мәскәүҙә “Яңы осор өсөн көслө идеялар” федераль форумы эшендә ҡатнашырға саҡыралар. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм “Росконгресс” фонды ойоштора. Форумдың төп маҡсаты – Рәсәй суверенитетын нығытыуға һәм милли маҡсаттарға өлгәшеүгә тос өлөш индерәсәк башланғыстарҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү. Идеялар киләһе алты йүнәлеш буйынса ҡабул ителә: милли социаль башланғыс, милли технологик башланғыс, милли кадрҙар инициативаһы, милли экологик башланғыс, эшҡыуарлыҡ, һанлы сервистар. Ғаризалар 2023 йылдың 26 апреленә тиклем ҡабул ителә. Башҡортостан Республикаһы төбәк этабында мең идея йыйыу бурысын ҡуйҙы. Был хаҡта ошо көндәрҙә “Рәсәй” медиаүҙәгендәге матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте. – Яңы идеялар, үҙаңды нығытасаҡ проекттар эҙләү федераль кимәлдә хуплау