Торған ерен тыуған төйәгендәй күреп, ныҡлы тамырҙар ебәреп, яҡты уйҙар һәм хыялдар менән йәшәгән эшһөйәр килендәр менән таныштыҡ Борайҙа. Һәр кемде үҙенә генә хас булған яҙмыш йөрөтә торғандыр. Борайҙың 1-се урта мәктәбе ашханаһында ашнаҡсы булып эшләгән Роза Ҡотлобай ҡыҙы Адыева – Белорет ҡыҙы. 1981 йылда кейәүгә сыҡҡас, яҙмышы уны тап ошо бәрәкәтле Борай еренә алып килә. Мәктәптә Асыҡ ишектәр көнө үткәрелгән күңелле мәлгә тап килдек. Ата-әсәләр балалары туҡланған ашхананың эше менән танышырға, аш-һыуын тәмләп, сифатын баһаларға килгән. Әйтеүҙәренсә, аш-һыу тел тейҙерерлек түгел, тәмле һәм ҡайнар көйө өҫтәлгә бирелә. Сифатлы аҙыҡ-түлекте Нефтекама эшҡыуарҙары килтерә. – Бригадабыҙҙа биш кеше эшләй. Иртәнге сәғәт 7-лә эш башлайбыҙ. Килгәс тә меню менән танышам. Бөтә күңелебеҙҙе һалып, балалар рәхәтләнеп ашаһын, тәрилкәһен ялт иттереп ҡуйһын өсөн тырышабыҙ инде, –тип йылмая Роза ханым. – Көн һайын балалар менән аралашыу, уларға тәмле аш-һыу әҙерләү ҡәнәғәтлек тойғолары ғына уята. Һәйбәт