Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ер участкаһы һатыла

Биләмәләр үҫеше фонды Стәрлетамаҡ районындағы ер участкаһын аҙ ҡатлы, күп фатирлы йорт төҙөлөшө өсөн һата. Участканың дөйөм майҙаны 1,5 мең квадрат метр тәшкил итә. Был – “Кедрлы” торлаҡ комплексы коттедж ҡасабаһы биләмәһе. Уны “Кедр” махсуслашҡан төҙөүсеһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күтәргән. "Аукционға ҡуйылған объект буйынса кәрәкле документтар йыйылған. Был инвесторға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә биләмә эштәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә", - тине республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. Аукционда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 3 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Ә аукцион 10 апрелдә үткәрелә. Лоттың башланғыс хаҡы – өс миллион һум. Объект Байраҡ ауылының Дуҫлыҡ урамындағы 2И һанлы йорттоң алты блок-секцияһында урынлашҡан. Ер участкаһы төҙөлөш барған биҫтәлә. Туҡталыш та 150 арауыҡта. Аукционға ҡуйылған участкала “Кедр” махсуслашҡан төҙөүсеһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ике ҡатлы, күп фатирлы йорт төҙөргә тейеш ине. Тик ойошма 2020 йылдың декабрендә Башҡортостандың Арбитраж суды тарафынан көрсөккә терәлгән тип танылды. 2021 йылдың сентябрендә Биләмәләр үҫеше фонды Күҙәтеүселәр советы тарафынан төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларға аҡсалата түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ете өлөшсө 17 миллион һум күләмендә аҡсалата түләү алған. Ҡалған һигеҙ йорт буйынса төҙөлөштө тамамлау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Уларҙың дүртәүһе былтыр йыл аҙағында сафҡа ингән. Тағы дүртәүһен яҡын арала файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: building.bashkortostan.ru