Былтырғы йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан йәш һәм социаль эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙә федераль сараларҙы йәлеп итеү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды алды. Грант рәүешендәге дәүләт ярҙамы үткән йылда республиканың 297 эшҡыуарына бирелгән. Был өлкәләрҙәге бизнес-башланғыстарҙы финанслауға Башҡортостанда 142,5 миллион һум йәлеп иткәндәр, шуның 131,1 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ойошторолған. – Социаль эшҡыуарлыҡ – тормош сифатына ыңғай йоғонто яһаған йүнәлеш, ул йәмғиәт өсөн мөһим булған проблемаларҙы хәл итеүҙе күҙ уңында тота. Беҙ уға ярҙамды айырым иғтибар үҙәгендә тотабыҙ, шуныһы ҡыуаныслы: күрелгән сараларҙың йоғонтололоғон федераль рейтингтар ҙа раҫлай. Былтыр Башҡортостанда халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән йәш эшҡыуарҙарға грант рәүешендәге финанс ярҙамы ла күрһәтелде, – ти республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Уҙған йыл 147