Исемем ике нотанан тора МИ-ЛЯ. Милә Кәшшәф ҡыҙы Солтанова булам. Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында тыуғанмын. Әлеге көндә Арғаяш ауылында йәшәйем. Ете балалы ишле ғаиләлә уртансы бала булып үҫтем. Атайым - (мәрхүм) Кәшшәф Әбдерәхмән улы, әсәйем - Динә Мөхәмәтғәлим ҡыҙы Үлмәҫҡоловтар. Әсәйем мандолина оҫта уйнай һәм йырлай, атайым шулай уҡ моңло тауышлы ине, ҡурайҙа һыҙҙырып уйнап ебәрер ине һәм һүҙ оҫтаһы булды. Мин дә бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булдым. Ғаилә менән концерттар ҡуя инек, төрлө сараларҙа ҡатнаштыҡ. Беҙҙе, халыҡ өсөн йәшәгеҙ, тип тәрбиәләнеләр. Халыҡҡа хеҙмәт итеү бөгөн дә минең иң беренсе бурысым булып тора. Мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәрен һайланым һәм 28 йылға яҡын эшләп киләм. Бигерәк тә үҙебеҙҙең башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалам. Шул маҡсат менән үткәрелгән күп проекттарҙың авторы булам: “Тамсылар” – балалар араһында башҡорт йырҙарын башҡарыусылар район конкурсы, “Арғужа” - район башҡорт фольклоры конкурсы, “Һылыуҡай” район конкурсы һ.б. Балалар өсөн мәҙәниәт