Республикала Иран Ислам Республикаһының “Iran Expo 2023” экспорт мөмкинлектәренең бишенсе күргәҙмәһендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Күргәҙмә 7 – 10 майҙа Тегеранда үтә. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, күргәҙмәлә ҡатнашыу һөҙөмтәле инструмент, һәм ул яңы партнерҙар табырға һәм географияны һәм тәьмин итеү күләмен киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне. – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан предприятиеларының сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыуын ойоштороу буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Былтыр беҙҙең ярҙам менән республиканың 65 компанияһы 14 күргәҙмәлә ҡатнашты, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса 2,7 миллион долларға торошло 23 контракт төҙөлдө, – ти ул. “Iran Expo” халыҡ-ара сауҙа сараһы. Күргәҙмә Иранда сауҙа өсөн платформа булып хеҙмәт итә, уның төп иғтибары нефть булмаған экспортҡа йүнәлтелгән. Күргәҙмәл