Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн төндә Ҡыйғы, Кушнаренко райондарында кеше ғүмерҙәрен алып киткән янғындар теркәлгән. Ҡыйғы районының Алағуз ауылында янғын тураһында хәбәр булыу менән Абзай һәм Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәләренән ирекле янғын һүндереүселәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре килә. "Ҡыҙыл әтәс" 7х8 метр ҙурлығындағы йортто ялмап алған була. Утты 30 минут эсендә һүндерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынында 1959 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табыла. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана. Шулай уҡ төндә Кушнаренко районы биләмәһендәге “Стрела” баҡса ширҡәтендә баҡса йорто янған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килгәндә 5х6 метр ҙурлығындағы йорт янған була. Утты һүндергән саҡта 12 йәшлек бала (2011 йылғы) һәм 1973 йылғы ҡатын кәүҙәһе табыла. Шулай уҡ тәне янған 1988 йылғы ирҙе Өфө дауаханаһына алып киткәндәр. Был янғын урынында ла тә