Хеҙмәткә саҡырылған кешенең биләгән хәрби вазифаһына, хеҙмәт үтеү шарттарына һәм урынына ҡарап, ай һайын һәм башҡа өҫтәмә түләүҙәр түбәндәгесә билдәләнә: — Айырым хәрби хеҙмәт шарттары өсөн айлыҡ өҫтәмә (бүлексә менән етәкселек иткән өсөн хәрби вазифа - бүлексә командиры, взвод командиры һәм башҡа подразделение командирҙары окладының 20 проценты күләмендә). — Айырым хәрби хеҙмәт шарттары өсөн (гусеницалы һәм тәгәрмәсле шассиҙа йөрөгән штаттағы хәрби (махсус) техника экипаждарында хәрби вазифа - механик-водитель, танк командиры һәм башҡалар окладының 20 проценты күләмендә айлыҡ өҫтәмә). — Дәүләт серен тәшкил иткән мәғлүмәттәр менән эшләгән өсөн айлыҡ өҫтәмә түләү (мәғлүмәттәрҙең сер итеп тотоу дәрәжәһенә һәм рөхсәт итеү формаһына ҡарап, хәрби вазифа окладының 10, 20, 25 проценты). — Алыҫ урындарҙа хеҙмәт иткән өсөн район коэффициенттары һәм аҡсалата тәьминәткә процентлата өҫтәмә (10 проценттан 100 процентҡа тиклем) һәм башҡалар — Хәрби хеҙмәт урынына күскәндә - икенсе тораҡ пункттан саҡ