Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Аҡатыу биреһе (Булған хәл)

Беҙ бала саҡта Сәләх менән Ҡыпсаҡ араһындағы асыҡлыҡты, эйәле, ти торғандар ине. Төнөн ошо юлдан яңғыҙ йөрөүселәргә төрлө сүрәттә күренә ул: йә тәрән ҡар өҫтөнән һис батмайынса сана һөйрәп китеп барған әбей булып күренә, йә егәлкә атына ултырып, малҡайҙы манма һыуға төшөрә, китеп барған “Беларус”кә ултырып, трактористы телһеҙ ҡалдырғаны ла бар. “Боронғо юл ни ун да төш тә, бында төш булды бит, – тип һөйләгәйне бер туғаным. – Бер шулай Сәләхтә ярайһы ғына байрам итеп, төнгә ҡалып ҡайтырға сыҡтым. Һаҙлыҡты (элек ике ауыл араһындағы асыҡлыҡ уртаһында ҡуйы ғына һаҙлыҡ булды) үтеп барғанымда янымда уйламағанда бер кеше хасил булды бит, әй... Мин һикергәндә ҡымшанмай ғына бара ла, мин туҡтаһам, осоп-ҡунып һикерә башлай бит был... Ҡурҡышымдан айыҡҡанымды белмәй ҙә ҡалдым. Һүҙ ҡушыу ҡайҙа ул... ҡуҙғалырға ла ҡурҡып ултырыла... Ҡыпсаҡҡа етәрәк, нисек пайҙә булған, шулай өнһөҙ-тынһыҙ ғына юҡҡа сыҡты... Ҡайтып индем дә, еңгәңә: “Яҡын килмә миңә – эргәмдә Аҡатыуҙың биреһе ултырып килде, тип, ишек

Беҙ бала саҡта Сәләх менән Ҡыпсаҡ араһындағы асыҡлыҡты, эйәле, ти торғандар ине. Төнөн ошо юлдан яңғыҙ йөрөүселәргә төрлө сүрәттә күренә ул: йә тәрән ҡар өҫтөнән һис батмайынса сана һөйрәп китеп барған әбей булып күренә, йә егәлкә атына ултырып, малҡайҙы манма һыуға төшөрә, китеп барған “Беларус”кә ултырып, трактористы телһеҙ ҡалдырғаны ла бар. “Боронғо юл ни ун да төш тә, бында төш булды бит, – тип һөйләгәйне бер туғаным. – Бер шулай Сәләхтә ярайһы ғына байрам итеп, төнгә ҡалып ҡайтырға сыҡтым. Һаҙлыҡты (элек ике ауыл араһындағы асыҡлыҡ уртаһында ҡуйы ғына һаҙлыҡ булды) үтеп барғанымда янымда уйламағанда бер кеше хасил булды бит, әй... Мин һикергәндә ҡымшанмай ғына бара ла, мин туҡтаһам, осоп-ҡунып һикерә башлай бит был... Ҡурҡышымдан айыҡҡанымды белмәй ҙә ҡалдым. Һүҙ ҡушыу ҡайҙа ул... ҡуҙғалырға ла ҡурҡып ултырыла... Ҡыпсаҡҡа етәрәк, нисек пайҙә булған, шулай өнһөҙ-тынһыҙ ғына юҡҡа сыҡты... Ҡайтып индем дә, еңгәңә: “Яҡын килмә миңә – эргәмдә Аҡатыуҙың биреһе ултырып килде, тип, ишек төбөнә алам-һөләм түшәп, йоҡларға яттым... Ә күргәндәремдән һуң ниндәй йоҡо булһын, ти инде...” Аҡатыу биреһенә ошо юлдар авторы ла дәл булды. Эңерләтеп кенә Ҡыпсаҡтан консультациянан ҡайтып киләм... Тымыҡ көндә өйөрөлөп кенә ҡырпаҡ ҡар яуа... Төрлө уйҙар менән килгән малайҙың ни аралалыр ҡарашы яҙлыҡты... Әлеге Таллыҡ тирәһенә етәрәк, ҡаршыма беҙҙең ауылда эшләгән таныш ҡыҙ килгәнен абайланым. “Төнгә ҡаршы ҡайтырға булғанмы ни? Уларҙың ауылына бик алыҫ бит...” – тигән уйҙар менән кире алдыма ҡараһам, әлеге ҡыҙ юҡҡа сыҡҡан! Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, туҡтап ҡалдым... Унан, өлкәндәрҙән өйрәнгән доғаларҙы ҡабатлай-ҡабатлай, алға тоҡойҙом. Ҡырпаҡ ҡар өҫтөндә эҙ ҙә-сурт та юҡ...Ошо хәлдән һуң гел генә аят-доғалар ятлай торғайным... Авторы - Мотал РӘМОВ. Фото: stihi.ru