Бөгөн ҡайғылы яңылыҡ билдәле булды: Башҡортостандың элекке транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов вафат. Яҡынса билдәле булыуынса, ул онкологик сир менән ауырыған. Был хаҡта Ufanovosti.ru порталы хәбәр итә. Был яңылыҡты журналистарға элекке министрҙың адвокаты Геворг Кандилян раҫлаған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, экс-чиновник тикшереү аҫтында ине. Ул айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыу тураһындағы эш буйынса ғәйепләнде. Александр Клебанов республика вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡаршы күрһәтмәләр биргәйне. Быға тиклем “Башинформ” агентлығы хәбәр иткәнсә, тикшереү барышында Александр Клебановтың, транспорт һәм юл хужалығы министры һәм “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булараҡ, “Киви” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенән хеҙмәт буйынса дөйөм ҡурсалау өсөн биш миллион һум күләмендә ришүәт алыуы асыҡланды. Фото: Телеграм.