"Бәйләнештә" социаль селтәрендә ойошторолған "Беҙ – Ватан һаҡсыһы!" тигән конкурста тыумышы менән Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан сержант Илдар Аҡъюлов та ҡатнаша. Илдар Мөхәмәт улы һөйләүенсә, берәй егеткә повестка килһә, уны армияға оҙатыу маҡсатында ата-әсәһе йәки яҡын туғандары ҙур итеп мәжлес ойошторған. Ата-бабаларҙан ҡалған йоланан өҫтөн булырға ярамай. Бәләкәй генә ауылдарҙа табында ултырып сыҡмағандар булмағандыр ул, буласаҡ ил һаҡсыһына тотош ауылдаштары теләктәрен еткергән. Һуңғараҡ бындай күренеш әҙме-күпме һүрелә төшкән-төшөүен, әммә барыбер туғандарын һәм яҡын иптәштәрен генә саҡырып булһа ла йыйылышҡандар. "Проводты үткәрмәнем", тиһәм, "нисек", "шаяртаһыңдыр" тип күптәр ныҡ аптыраған. 1989 йылда Ейәнсура районының Әлебай ауылы мәктәбендә, ул Башҡорт Үргененән 60 саҡрым тирәһе, уҡытыусы булып эшләп йөрөгән. 30 май көнө почтальон йәшәгән йортона инеп, "иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайт" тип ҡулына повестка тотторған. "31 май иртәнге сәғәт 9-ҙа Иҫәнғол ауылындағы военк