Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике меңдән ашыу кеше йәрәхәтләнгән

Бөтәһенә лә тайғаҡ боҙло юлдар, таҙартылмаған урамдар, ҡыштың көйһөҙлөгө ғәйепле.Температураның йыш үҙгәреп тороу эҙемтәләрен республика кешеләре үҙ иңендә татый, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаларға, травмпункттарға эләгә. Ошо айҙа ғына Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһының травмпунктына ике меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был күңелһеҙ статистиканы тулыландырмау өсөн белгестәр бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәргә саҡыра. Аяҡ кейеме табаны тигеҙ булырға, һырлы биҙәктәр төшөрөлгән таймай торған материалдан эшләнергә тейеш. Бик тә булмаһа, аяҡ кейеме табанына пластырь йәбештерегеҙ йә иһә сәстәр өсөн ҡулланылыусы лак һиптерегеҙ. Хәҙер магазиндарҙа ышаныслы ҡулайламалар ҙа етерлек. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Бейек үксәле, платформалы итектәрегеҙҙе ситкәрәп алып ҡуйып тороғоҙ.Урамда йөрөгәндә ҡулдарығыҙҙы кеҫәнән алығыҙ, телефондан һөйләшмәҫкә тырышығыҙ, ашыҡмағыҙ. Тротуарҙар, ҡала транспорты туҡталыштары, магаз

Бөтәһенә лә тайғаҡ боҙло юлдар, таҙартылмаған урамдар, ҡыштың көйһөҙлөгө ғәйепле.Температураның йыш үҙгәреп тороу эҙемтәләрен республика кешеләре үҙ иңендә татый, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаларға, травмпункттарға эләгә. Ошо айҙа ғына Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһының травмпунктына ике меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был күңелһеҙ статистиканы тулыландырмау өсөн белгестәр бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәргә саҡыра. Аяҡ кейеме табаны тигеҙ булырға, һырлы биҙәктәр төшөрөлгән таймай торған материалдан эшләнергә тейеш. Бик тә булмаһа, аяҡ кейеме табанына пластырь йәбештерегеҙ йә иһә сәстәр өсөн ҡулланылыусы лак һиптерегеҙ. Хәҙер магазиндарҙа ышаныслы ҡулайламалар ҙа етерлек. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарға һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Бейек үксәле, платформалы итектәрегеҙҙе ситкәрәп алып ҡуйып тороғоҙ.Урамда йөрөгәндә ҡулдарығыҙҙы кеҫәнән алығыҙ, телефондан һөйләшмәҫкә тырышығыҙ, ашыҡмағыҙ. Тротуарҙар, ҡала транспорты туҡталыштары, магазинға, йорттарға күтәрелеү тупһалары айырыуса хәүефле, кешеләр йыш ҡына ошо урындарҙа йығылып имгәнә. Йәрәхәтләнгәндә мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.