Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугир ялға ҡайтҡан

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Мөҙәрис Аҫылбаевҡа генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Ул әлеге ваҡытта тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Хәрби хеҙмәткәр – Алыҫ Көнсығыш хәрби округының 127-семотоуҡсылар дивизияһында 394-се мотоуҡсылар полкының танк батальонында эвакуация бүлексәһе командиры. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадрановҡа “Башҡортостан геройҙары” республика кадрҙар программаһын тормошҡа ашырыу тураһында доклад әҙерләргә ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе был проектҡа 2025 йылдың февраль башында старт бирҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.