Найти в Дзене

“Мин һинең менән бергә үлдем”...

10 февралдә баш ҡалала булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Октябрь проспектында 16 йәшлек ҡыҙҙы “Лада Гранта” автомобиле тапатты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған ауыр йәрәхәттәрҙән үҫмер дауаханала йән бирҙе. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы уның кемлеген асыҡлаған һәм авария сәбәптәрен эҙләй. Алинаның (исеме үҙгәртеп алынды) ғүмерен өҙгән авария “Галле ҡалаһы” туҡталышында теркәлә. Йәш студент ҡыҙ светофорға юлды үтеп барған була. Уны ҡапыл килеп сыҡҡан “Лада Гранта” машинаһы тапата. Руль артында 23 йәшлек Межгорье ҡалаһы кешеһе ултырғаны билдәле. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, автомобилгә светофорҙың йәшел уты янған була. Интернетта авариянан видеояҙмалар таратыла. Шуныһы ғәжәп, Алина менән бергә юлды башҡа кешеләр ҙә үтеп барған була, араларында балалы өлкәндәр ҙә бар. Ә был ваҡытта башҡа машиналар үҙәк һыҙатта үҙ сигналын көтөп туҡтаған була. Шуға күрә әлегә тиклем ғәйептең кемдә икәнлеге аныҡ ҡына билдәле түгел. Авария буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм кәрәкле экспертизала

10 февралдә баш ҡалала булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Октябрь проспектында 16 йәшлек ҡыҙҙы “Лада Гранта” автомобиле тапатты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған ауыр йәрәхәттәрҙән үҫмер дауаханала йән бирҙе. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы уның кемлеген асыҡлаған һәм авария сәбәптәрен эҙләй. Алинаның (исеме үҙгәртеп алынды) ғүмерен өҙгән авария “Галле ҡалаһы” туҡталышында теркәлә. Йәш студент ҡыҙ светофорға юлды үтеп барған була. Уны ҡапыл килеп сыҡҡан “Лада Гранта” машинаһы тапата. Руль артында 23 йәшлек Межгорье ҡалаһы кешеһе ултырғаны билдәле. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, автомобилгә светофорҙың йәшел уты янған була. Интернетта авариянан видеояҙмалар таратыла. Шуныһы ғәжәп, Алина менән бергә юлды башҡа кешеләр ҙә үтеп барған була, араларында балалы өлкәндәр ҙә бар. Ә был ваҡытта башҡа машиналар үҙәк һыҙатта үҙ сигналын көтөп туҡтаған була. Шуға күрә әлегә тиклем ғәйептең кемдә икәнлеге аныҡ ҡына билдәле түгел. Авария буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм кәрәкле экспертизалар билдәләнгән. Водителдең айыҡ булыу-булмауы, ниндәй тиҙлек менән килеүе лә әлегә билдәле түгел. Был эште тикшереүгә Тәфтиш комитеты ла ҡушылыуы бар тиҙәр, сөнки видеояҙмала ҡапма-ҡаршылыҡтар күп: кешеләр юлды үтә, транспорт өсөн “йәшел” янһа ла машиналар тора... Алина Октябрьский ҡалаһынан булып сыҡҡан. Былтыр ул 9-сы класты тамамлаған һәм Өфөгә килеп Өфө фән һәм технологиялар университеты янындағы колледжға “юриспруденция” белгеслеге буйынса уҡырға ингән. Әсәһе үҙенең һәләтле ҡыҙы менән ныҡ ғорурланған. Алина юрист булырға хыялланған, ә дуҫтары уны изге күңелле, алсаҡ ҡыҙ тип иҫтә ҡалдырған. “Дуҫтары бик күп ине, күптәр менән аралаша торғайны”, – ти уның тураһында Илдар исемле танышы. Колледж уҡытыусылары ла студент ҡыҙ тураһында тик яҡшы фекерҙә булған, матур уҡыуын һәм тәртипле булыуын билдәләй. Алинаны бөгөн тыуған ҡалаһында ерләгәндәр. Уның һеңлеһе һәм әсәһе ҡалған. Әсәй кеше балаһының үлемен бик ауыр кисерә. “Ҡыҙым, һин минең ғорурлығым. Иң-иңе инең. Мин һинең менән бергә үлдем, матурым минең”, – тип яҙған уның әсәһе социаль селтәрҙә. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: "КП-Өфө".