Найти в Дзене

Башҡорт синоптигы көндәлектәренән: яҙ нисек килер?

Ҡасим Ғәбделкәбир улы Йәһүҙин Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан. 1929-2016 йылдарҙа йәшәне. Колхозда эшләне. Уның улы Солтан - минең туғаным һәм класташым, бик уҡымышлы, ғилемле ир-уҙаман, тарихты, әҙәбиәтте яҡшы белә. Һуңғы йылдарҙа Солтан атаһының көндәлектәрен уҡығанын видеоға яҙҙырып, интернетта халыҡты таныштыра бара. Беҙ, ауылдаштары, күрше-тирә ауылдыҡылар, туғандар-таныштар, алыҫ йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы танып, иҫкә төшөрөп, хәтирәләргә биреләбеҙ. Колхоз эше, ауыл һәм ғаилә тормошо араһында һауа торошона бәйле көндәлек яҙмалары ла күп. Солтандан былтыр 1964 йылдың яуынлы йәйе тураһында яҙылғандарының 2024 йылдың йәйенә шул тиклем оҡшаш булыуын ишеттек, аҙаҡ бының тормошҡа ашыуын күҙәттек. Ул ваҡытта ла шундай һалҡын ямғырлы йәй булған, халыҡ бесәнде көҙ генә әҙерләп алған. Тимәк, 60 йылға бер һауа торошо оҡшаш була. Әле уның 1965 йылдың ҡыш һәм яҙ айҙары хаҡында уҡығандарынан бына нимә белдек. Ҡасим бабай көндәлегенән: 8 март. Көндәр йылып, урамда һыу йыйыла башланы. 14

Ҡасим Ғәбделкәбир улы Йәһүҙин Әбйәлил районының Үтәгән ауылынан. 1929-2016 йылдарҙа йәшәне. Колхозда эшләне. Уның улы Солтан - минең туғаным һәм класташым, бик уҡымышлы, ғилемле ир-уҙаман, тарихты, әҙәбиәтте яҡшы белә. Һуңғы йылдарҙа Солтан атаһының көндәлектәрен уҡығанын видеоға яҙҙырып, интернетта халыҡты таныштыра бара. Беҙ, ауылдаштары, күрше-тирә ауылдыҡылар, туғандар-таныштар, алыҫ йылдарҙағы тарихи ваҡиғаларҙы танып, иҫкә төшөрөп, хәтирәләргә биреләбеҙ. Колхоз эше, ауыл һәм ғаилә тормошо араһында һауа торошона бәйле көндәлек яҙмалары ла күп. Солтандан былтыр 1964 йылдың яуынлы йәйе тураһында яҙылғандарының 2024 йылдың йәйенә шул тиклем оҡшаш булыуын ишеттек, аҙаҡ бының тормошҡа ашыуын күҙәттек. Ул ваҡытта ла шундай һалҡын ямғырлы йәй булған, халыҡ бесәнде көҙ генә әҙерләп алған. Тимәк, 60 йылға бер һауа торошо оҡшаш була. Әле уның 1965 йылдың ҡыш һәм яҙ айҙары хаҡында уҡығандарынан бына нимә белдек. Ҡасим бабай көндәлегенән: 8 март. Көндәр йылып, урамда һыу йыйыла башланы. 14 март. Көн һалҡын, буранлап тора. 28 март. Урамда ҡар бөтөп бара, сыйырсыҡтар күренә. 2 апрель. Тау биттәре асылып бөттө. 17 апрель. Йылыта башланы, урамда бысраҡ, әммә боҙ ята әле. 26 апрель. Ныҡлап йылыта башланы. 25 май. Ҡар күп яуҙы. Ҡар ҡатыш ямғыр хатта. Йәшел ағас ботаҡтары ергә эйелеп ултыра. Бындайҙы үҙ ғүмеремдә күргәнем юҡ ине әле. 26 май. Март айындағы кеүек туңдырҙы. Һауа температураһы -10 градус тирәһе булғандыр. Тик көндөҙ ямғыр яуып, кискә ҡар иреп бөттө. 28 май. Көндәр йылытты. 30 май. Картуф сәстек. Әлбиттә, Әбйәлил районының Үтәгән ауылында бөтә миҙгел дә республиканың көньяғына, Өфөгә ҡарағанда уртаса ярты айға һуңлап килә. Бер ҡараһаң, ғәҙәти яҙ кеүек, шулай ҙа күҙәтеүҙәр ҡыҙыҡ, тап килерме - ҡарарбыҙ. Ҡасим бабай көндәлектәренән тағы ла яҙмалар һалырбыҙ - күҙәтеп барығыҙ. Нәсих Хәлисов фотоэтюды.