Найти в Дзене

Уҡыусылар кампуста сәйәхәттә булды

Рәсәй Фән көнө уңайынан республиканың баш ҡалаһында “Пифагор. IT-Ufa» фәнни-популяр туры үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар - урта һәм юғары класс уҡыусылары - уйын, интерактив формала мәғлүмәт технологиялары донъяһына сумды. Маршрут Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында булды. Кампустың IQ-паркында уҡыусылар спорт программалары менән танышты, уның традицион программаларҙан нимәһе айырылып тороуын һәм ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүе тураһында белде. “Берлога”ла киберфизика инновациялары оҫтаханаһын, буласаҡ ҙур студенттар ҡаласығы проектын һәм “Башҡортостан ғалимы" фотокүргәҙмәһен ҡаранылар. Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияларында суперкомпьютер менән таныштылар, уҙыш автомобилдәрен проектлау һәм уны төҙөү процесын күҙәттеләр. Экскурсоводтар мәктәп уҡыусыларына тәүге почта открыткаларынан алып заманса телевидение технологияларына тиклем күрһәтеп һөйләне. Маршруттың һуңғы нөктәһендәге предприятиела уҡыусылар элемтә операторҙары, ведомство структурал

Рәсәй Фән көнө уңайынан республиканың баш ҡалаһында “Пифагор. IT-Ufa» фәнни-популяр туры үткәрелде. Унда ҡатнашыусылар - урта һәм юғары класс уҡыусылары - уйын, интерактив формала мәғлүмәт технологиялары донъяһына сумды. Маршрут Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында булды. Кампустың IQ-паркында уҡыусылар спорт программалары менән танышты, уның традицион программаларҙан нимәһе айырылып тороуын һәм ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүе тураһында белде. “Берлога”ла киберфизика инновациялары оҫтаханаһын, буласаҡ ҙур студенттар ҡаласығы проектын һәм “Башҡортостан ғалимы" фотокүргәҙмәһен ҡаранылар. Өфө фән һәм технологиялар университеты лабораторияларында суперкомпьютер менән таныштылар, уҙыш автомобилдәрен проектлау һәм уны төҙөү процесын күҙәттеләр. Экскурсоводтар мәктәп уҡыусыларына тәүге почта открыткаларынан алып заманса телевидение технологияларына тиклем күрһәтеп һөйләне. Маршруттың һуңғы нөктәһендәге предприятиела уҡыусылар элемтә операторҙары, ведомство структуралары һәм дәүләт власы органдары өсөн юғары технологиялы радиоэлектрон һәм телекоммуникация ҡорамалдары нисек булдырылыуы тураһында белде. Коммутатор эшләнмәләренең бөтә этаптарын ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. – Республикала бөтәһе 9 тур әҙерләнгән, улар мәктәп уҡыусыларына һәм колледж студенттарына университеттарыбыҙҙа булған бөтә нәмәне бер экскурсияла - инфраструктура, юғары уҡыу йорттарының эшләнмәләрен ҡарарға; фән һәм ғалимдарҙың айырым өлкә һәм айырым ике һөнәр икәнен аңларға, бер маршрутта теге йәки был тармаҡта Башҡортостандың барлыҡ фәнни ҡаҙаныштарын күрергә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, - тине БР Фәнни-белем биреү үҙәге Идара итеүсе компанияһы директоры Наталия Латипова. “Пифагор. IT-Ufa" - Евразия Фәнни-белем биреү үҙәге ғалимдары эшләгән туғыҙ фәнни-популяр маршруттарҙың береһе. Һәр маршрут билдәле бер фәнни өлкәгә арналған: гуманитар, техник, химик, биологик-медицина, IT һәм физика-математика. Тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға һәм экскурсияға заявка ҡалдырырға мөмкин. Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/26083/