Башҡортостанда “Рәсәйҙең почетлы доноры” исеменә лайыҡ булған 11,2 меңдән ашыу кешегә 18 мең һумдан ашыу аҡса түләнә. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Министр белдереүенсә, түләүгә “Рәсәйҙең почетлы доноры” һәм “СССР-ҙың почетлы доноры” исеменә лайыҡ булған граждандар иҫәп тота ала. Аҡса 2025 йылдың 1 апреленә тиклем күсерелә. Ленара Иванова әйтеүенсә, “Рәсәйҙең почетлы доноры” исеменә лайыҡ булғандарҙың береһе Гөлнара Сабурова — Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең Нефтекама ҡалаһы филиалы хеҙмәткәре. Ул 10 йылдан ашыу даими ҡан плазмаһы тапшыра, кеше ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуға булышлыҡ итә. Фото: Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.