Премьер-министр хәбәр итеүенсә, 13 ғинуарҙан социаль туҡланыу идаралығы балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә 37 тапҡыр, шуларҙың дүрте ата-әсәләр мөрәжәғәте буйынса тикшергән. – “Һынау үҙәге”нең аккредитацияланған лабораторияһы бушлай нигеҙҙә әҙер ризыҡтың һәм аҙыҡ-түлек сеймалының 185 өлгөһөн һайлап алды. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, ыңғай динамика күҙәтелә: асыҡланған боҙоуҙар һаны тотороҡло кәмей, - тине Андрей Назаров. Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев мәктәп туҡланыуының ойошторолоуы һәм сифаты тураһында тулыраҡ һөйләне: – Социаль өлкә учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороу сифатын күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ, белгестәр өсөн семинарҙар үткәрәсәкбеҙ һәм социаль өлкә өсөн менюны яҡшыртасаҡбыҙ. Шулай уҡ һөнәрҙең абруйын күтәреү өсөн ашнаҡсылар араһында һөнәри оҫталыҡ конкурстарын үткәрергә планлаштырабыҙ, - тип йомғаҡ яһаны Алексей Гусев. Мәсьәләне ҡарауҙы тамамлап, Андрей Назаров республиканың Сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү мин
Башҡортостан Хөкүмәтендә мәктәп туҡланыуын ойоштороу сифатын тикшерҙеләр
3 февраля 20253 фев 2025
1 мин