30 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын «Инвестиция сәғәте» форматында үткәрҙе. Унда сәнәғәттең төрлө тармаҡтарындағы һәм рекреацион өлкәләге яңы башланғыстар ҡаралды. «Мобитрак» компанияһын ойоштороусы Рафаэль Хәбиров Өфөлә махсуслаштырылған бизнес-трейлерҙар етештереү һәм сервис хеҙмәтләндереүе проектын тәҡдим итте. Инвестор 120 миллион һум самаһы аҡса һалырға һәм күсмә йәмәғәт туҡланыу пункттарын, офистар һәм ҡунаҡхана комплекстарын, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн башҡа объекттар сығарыуҙы ойошторорға ниәтләй. Компания Мәскәү өлкәһе биләмәһендә трейлерҙар етештереүҙе яйға һалған да инде, тип хәбәр итте Рафаэль Хәбиров. Улар йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә һәм туристик тармаҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана. Шул уҡ ваҡытта бындай мобиль объекттар һатып алған эшҡыуарҙарға уларҙың хаҡының бер өлөшөн субсидиялайҙар. Өлкә кимәлендә бизнес өсөн тейешле ташламалар булдырылды. Өфөлә инвестор мобиль об