Башҡортостанға барлығы 14 команда һәм 138 спортсы килде. Уларҙың 67-һе – спорт мастеры. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы – спорт министры Руслан Хәбибов ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сәләмләне. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Түбәнге Новгород буйынса Баш идаралығы етәксеһе Валерий Саньков спортсыларға мөрәжәғәтендә Волга буйы федераль округының тап Башҡортостанда үткәрелгән ошо сара менән ярыштар плеядаһын башлауы тураһында хәбәр итте. “Хеҙмәтегеҙ хәүефле һәм графигыгыҙ тығыҙ булһа ла, спорт менән шөғөлләнәһегеҙ. Рух ныҡлығы һәм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып ынтылғанда сыҙамлылыҡ теләйем”, - тип спортсыларға үҙ теләктәрен әйтте өс тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәй биатлонисы Максим Чудов. “Рәсәйҙең Янғын-ҡотҡарыу спорты федерацияһы” ижтимағи ойошмаһы директоры Андрей Калинин ойоштороуҙың юғары кимәлен билдәләне. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙың халыҡ-ара спорт федерацияһы президенты исеменән Андрей Калинин янғын-ҡотҡар