Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәге яҙмаһы менән ихлас уртаҡлашҡан. Һүҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан "Малыш" позывнойлы ил һаҡсыһы тураһында. "Хөрмәтле дуҫтар, Бәләбәй районы советының депутаты һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Алексей Никулиндың юғары дәүләт наградаһы – Суворов миҙалы менән бүләкләнеүе тураһында ҡыуанып хәбәр итәм, – тигән Азат Альверт улы. – Ошо дәүләт наградаһы Алексей Павловичтың батырлығы, Ватанына намыҫ менән хеҙмәт итеүе хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Яҡташыбыҙ үҙен ысын патриот итеп күрһәтте, ватандаштары өсөн йәнен бирергә лә әҙер. Яуаплылыҡ, илһөйәрлек, батыр кеүек күркәм сифаттар унда ярылып ята", - тигән ул. Ысынлап та, яҡташтарыбыҙ дошманды сигендереүен дауам итә, тимәк, Еңеү беҙҙең яҡта буласағына тамсы ла шик юҡ. Алексей Никулин һымаҡ ил һаҡсылары булғанда күңелебеҙ тыныс буласаҡ, борсолорға урын ҡалмаясаҡ. Яҡташ һалдаттарыбыҙ үҫеп килеүсе йәш быуынға өлгө булып тора. Азат Сәхәбиев билдәләүен