Найти в Дзене

Бергә булыу - үҙе бәхет

Физалиә һәм Рузил Зыязетдиновтар ғаилә усағы йылыһын, бер-береһенә ярҙам итешеп, хәстәрлек күреп, ҡәҙерләп һаҡлай белә. Улар өс бала тәрбиәләй. Өлкәне Ленар 5-се класта уҡый. Ул ата-әсәнең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Һигеҙ йәшлек Илнар шаян, шуҡ, аралашырға яратыусан малай. Биш йәшлек Ильяс һүрәт төшөрөргә, уйнарға ярата, бик күңелсәк. Физалиә Туймазы районынан, Рузил Бүздәк районының Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән. Физалиә үҙе лә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән, ошондай татыу, берҙәм ғаилә ҡороу хаҡында хыялланған. Ата-әсә балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша, ярҙамсыл, яуаплы булырға өйрәтә. Рузил Рәшит улы Себерҙә эшләй, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеү уның өҫтөндә. Физалиә Фидаил ҡыҙы иңенә балалар тәрбиәләү, йорт-ҡура мәшәҡәттәре төшә. –Минең яратҡан шөғөлдәрем – бәйләм бәйләү, баҡса үҫтереү, – ти хужабикә.– Яҙ етеп, баҡсала эш башланғанын түҙемһеҙлек менән көтәм.Сәскәләр үҫтерергә яратам. Улар ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына сығырға, балыҡ ҡармаҡларға әүәҫ. –Беҙҙең өсөн өйҙә б

Физалиә һәм Рузил Зыязетдиновтар ғаилә усағы йылыһын, бер-береһенә ярҙам итешеп, хәстәрлек күреп, ҡәҙерләп һаҡлай белә. Улар өс бала тәрбиәләй. Өлкәне Ленар 5-се класта уҡый. Ул ата-әсәнең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Һигеҙ йәшлек Илнар шаян, шуҡ, аралашырға яратыусан малай. Биш йәшлек Ильяс һүрәт төшөрөргә, уйнарға ярата, бик күңелсәк. Физалиә Туймазы районынан, Рузил Бүздәк районының Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән. Физалиә үҙе лә күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән, ошондай татыу, берҙәм ғаилә ҡороу хаҡында хыялланған. Ата-әсә балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша, ярҙамсыл, яуаплы булырға өйрәтә. Рузил Рәшит улы Себерҙә эшләй, ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итеү уның өҫтөндә. Физалиә Фидаил ҡыҙы иңенә балалар тәрбиәләү, йорт-ҡура мәшәҡәттәре төшә. –Минең яратҡан шөғөлдәрем – бәйләм бәйләү, баҡса үҫтереү, – ти хужабикә.– Яҙ етеп, баҡсала эш башланғанын түҙемһеҙлек менән көтәм.Сәскәләр үҫтерергә яратам. Улар ғаилә менән тәбиғәт ҡосағына сығырға, балыҡ ҡармаҡларға әүәҫ. –Беҙҙең өсөн өйҙә бааларҙың шатланған, көлгән тауыштарын ишетеү үҙе ҙур бәхет. Бер-берең тураһында хәстәрлек күреү, яҡшы мөнәсәбәт бөтә ҡатмарлыҡтарҙы һәм хәл ителмәҫлек тойолған мәсьәләләрҙе һыпырып алғандай юҡҡа сығара, – ти күп балалы әсә. Яңы йыл Зыязетдиновтарға шатлыҡ, именлек һәм һаулыҡ алып килһен! Фото: https://vk.com/club175536108