Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һөнәре- һауынсы, булмышы - гармунсы

Зөһрә Ниғмәтуллинаны ауылда ғына түгел, районда ла оҫта гармунсы һәм мандолинала иң яҡшы уйнаусы булараҡ яҡшы беләләр. Ә бит геройымдың был өлкәлә махсус белеме юҡ, ул үҙенең күңел ҡушыуы буйынса музыка инструменттарына өйрәнгән. Өҙҙөрөп гармунда уйнаған, оҫта итеп мандолина сирткән, оҙаҡ йылдар Амангилде ауылының “Сәсмәүер” халыҡ фольклор ансамблендә йөрөгән Зөһрә Фәсхетдин ҡыҙының бер ниндәй профессиональ белеме булмауын белгәс, хайран ҡалдыҡ. Халыҡ таланттары халыҡ араһынан сыға һәм алтын –гәүһәрҙәй булып төрлө төҫтәрҙә балҡый шул. Халыҡ талантының тормош юлы еңелдән булмай. Бәләкәйҙән гармунға ғашиҡ булған ҡыҙыҡай ҡайҙа гармун күрә, шунда тигәндәй,башы саҡ күренеп, уның күректәрен тарта, төрлө көйҙәр сығара. Уның тырышлығын күргән апай- ағайҙары ҡайһылыр ерҙә өйрәтеп, гармунды нисек тоторға икәнлеген күрһәтеп, еңелерәк көйҙәрҙе уйнап, Зөһрәнең күңеленә һеңдереп баралар. Атаһының оҫта мандолинала уйнауы ла ҡыҙында был музыка инструментына ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмай. Алтынсы

Зөһрә Ниғмәтуллинаны ауылда ғына түгел, районда ла оҫта гармунсы һәм мандолинала иң яҡшы уйнаусы булараҡ яҡшы беләләр. Ә бит геройымдың был өлкәлә махсус белеме юҡ, ул үҙенең күңел ҡушыуы буйынса музыка инструменттарына өйрәнгән. Өҙҙөрөп гармунда уйнаған, оҫта итеп мандолина сирткән, оҙаҡ йылдар Амангилде ауылының “Сәсмәүер” халыҡ фольклор ансамблендә йөрөгән Зөһрә Фәсхетдин ҡыҙының бер ниндәй профессиональ белеме булмауын белгәс, хайран ҡалдыҡ. Халыҡ таланттары халыҡ араһынан сыға һәм алтын –гәүһәрҙәй булып төрлө төҫтәрҙә балҡый шул. Халыҡ талантының тормош юлы еңелдән булмай. Бәләкәйҙән гармунға ғашиҡ булған ҡыҙыҡай ҡайҙа гармун күрә, шунда тигәндәй,башы саҡ күренеп, уның күректәрен тарта, төрлө көйҙәр сығара. Уның тырышлығын күргән апай- ағайҙары ҡайһылыр ерҙә өйрәтеп, гармунды нисек тоторға икәнлеген күрһәтеп, еңелерәк көйҙәрҙе уйнап, Зөһрәнең күңеленә һеңдереп баралар. Атаһының оҫта мандолинала уйнауы ла ҡыҙында был музыка инструментына ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалмай. Алтынсы класта уҡыған саҡта ата-әсәһе мандолина һатып алып бирә. Киләсәктә тормошон сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтерә алмаған ҡыҙ мәктәптә уҡыған саҡта уҡ төрлө концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Әммә бәлә ишек шаҡып йөрөмәй шул. Көтмәгәндә, 28 йәшендә генә, Зөһрә Ниғмәтуллинаның әсәһе тома һуҡыр ҡала. Уҡыусы ҡыҙҙың барлыҡ хыялдары селпәрәмә килә: мәктәпте тамамлап, ҡулына аттестат алған Зөһрә, әсәһен ташлап китә алмай һәм фермаға һауынсы булып эшкә бара. -Сәнғәтте яратыуым шул тиклем көслө булғандыр, күрәһең. Хатта ҡул менән һауған һөттөң биҙрәгә тубылдап төшөүенән дә ниндәйҙер моң сығарғандай ҡыуана инем. Күңелемдән мөңрәп һәүкәштәрҙе һауам, йәй көндәрендә йәйләүҙә булған саҡта мандолинамды алып килеп уйнайым. Һаман булһа ҡулыма гармун килеп эләкһә, уны бысҡылдатырға тотонам. Элек һәр ерҙә ҡыҙыл мөйөш тигән булып, шул урында гәзит- журналдар, китаптар теҙелеп ятыр, гармунын да, баянын да ултыртып ҡуйырҙар ине. Теләгән кеше ҡулына ала, уйнап китә, кәрәкһә гәзит- журнал уҡый. Мин дә һәүетемсә гармун уйнарға өйрәндем, әсәйем минең уйнағанды күрмәһә лә, тойоп йөрөгәндер инде. 18 йәшемә хыялымдағы гармунды бүләк итте, минең шатланғанды күрәһгеҙ ине, - тип хәтер ептәрен тағата Зөһрә Фәсхетдин ҡыҙы. Үҙе кеүек фермала малсы булып эшләгән Марсель Хәлит улы менән ғаилә ҡора. Алты балаға ғүмер биреп, бөгөн 14 ейән-ейәнсәргә, бер бүләсәргә өләсәй ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел генә 53 йыл ҡулға –ҡул тотоношоп йәшәгән ҡартын юғалта. “Беҙҙең туйыбыҙ 1971 йылдың 6 ноябрендә үтте һәм колхозда иң тәүге комсомол туйы булды”, - ти ул. Ҡатынының сәнғәткә ғашиҡ булыуын, уның төрлө спектаклдәрҙә оҫта уйнауын күргән ире уны үҙешмәкәр смотрҙарҙа, һабантуйҙарҙа ҡатнашыуына ризаһыҙлыҡ белдермәй. Әммә ауыл әртистәре ул ваҡыттарҙағы, иртән - эшкә, кисен – клубта, көн һайын тиерлек төрлө ауылдар буйлап концерт ҡуйып йөрөүҙәрен дә бик өнәп тә бармай. Шулай ҙа күңеле тулы йыр –моң, бармаҡтары гармун төймәләрен ана тотам, бына ҡағылам тип, мандолина сирткән Зөһрә йондоҙҙон өйҙә ултыртып ҡына ҡуя алмаҫын һиҙә һәм уға һәр сарала ҡатнашырға үҙе лә ярҙам итә башлай. Балалары үҫеп, башлы- күҙле була башлағас, йәнә Зөһрә Ниғмәтуллинаның йорт ишеген бәлә шаҡый. Был юлы уларға йәнә һынау аша үтергә тура килә: улы һәм килене вафат булғас, уларҙың ҡыҙы Динәне тәрбиәгә алалар. Тик ҡыҙсыҡ һау –сәләмәт булмай сыға, уны күтәреп ниндәй генә дауаханалар тупһаһын тапамай улар, әммә көткән мөғжизә булмай. Ейәнсәрҙәре беренсе төркөм инвалиды, әле уға 23 йәш. Туғыҙ айынан баҡҡан өләсәһенең күпме йоҡоһоҙ төндәре, борсоулы минутары йөрәге аша үтеүен уның кеүек һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ата-әсәләр генә аңлайҙыр. Күңеле борсолоуҙарға тулып, ауыр минуттарҙа ҡулына гармунын алып, өҙҙөрөп уйнап ебәрһә йә иһә мандолина ҡылдарын сиртһә, Зөһрә Фәсхетдин ҡайтанан тыуғандай була. “Хоҙай миңә юҡҡа ғына гармун уйнарға мөмкинлек бирмәгәндер, мәҙәниәт өлкәһендә бер көн эшләмәһәм дә, тормошомдоң һәр көнө тиерлек йыр –моң менән үтә, улар миңә дәрт бирә, йәшәүгә һәм алдағы тормошома ҡанат өҫтәй. Бала саҡ хыялымдың ысынбарлыҡҡа ашыуына үҙемдең дә ныҡышмал булыуым, теләгемдең ныҡ көслө булыуы ярҙам иткәндер, ти геройым. Ана, бөгөн 72 йәштә булыуға ҡарамаҫтан, әле лә йөҙ ташламай, хас та йәштәрсә зауыҡлы кейенеп, ҡулына гармунын алып өҙҙөрөп гармунда уйнауын дауам итә, мандолина ҡылдарын да сиртеп ала. Автор фотоһы һәм видеоһы.