"Доставаловсылар", "Шайморатовсылар, алға", "Башҡортостан" полкы”, "Башҡорт флагы батырҙары", "Ватан", "Юғары маҡсатлы ирҙәр", "Гитара ла - автомат", "Беҙ үҙ Ватаныбыҙға хыянат итмәйбеҙ" һ. б. - алғы һыҙыҡта хәрбиҙәр менән аралашыу тәьҫирендә, уларҙың батырлығы, ҡаһарманлығына һәм Тыуған илде һөйөүҙәренә илһамланып яҙылған композициялар. Концертта шулай уҡ МХО ветерандары ҡатнашасаҡ. Билет һатыуҙан килгән аҡса махсус техник саралар һатып алыу өсөн М.Шайморатов исемендәге инвалидтарҙы һәм ветерандарҙы социаль яҡлау хәйриә фондына тапшырыла. Фойела хәрби Дан музейынан, М. Шайморатов исемендәге батальон музейынан күргәҙмәләр тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты, "Ватанды һаҡлаусылар" фондынан консультация майҙансығы эшләйәсәк. - Бөгөн илебеҙҙә тарихи ваҡиғаларға ҡатнашы булмаған кешеләр ҡалманы тиерлек. Күптәрҙең яҡындары, туғандары, дуҫтары алғы һыҙыҡта. Барыһы ла тырыша, ярҙам итә һәм был дөйөм Еңеүебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ, - тип аңлатма бирҙе проект инициатор