“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Иглин районының Таутөмән ауылында яңы табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Амбулатория заманса медицина ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттарҙы ҡабул итеү, терапевт, педиатр, прививка, процедура кабинеттары, көндөҙгө стационар, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә булдырылған. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән граждандар өсөн пандус ҡуйылған. Тәүге медик-санитар ярҙамды яңы амбулаторияла Таутөмән һәм Ҡушкүл ауылдарының 2900-ҙән ашыу халҡы аласаҡ. – Беҙ ауылда табиплыҡ амбулаторияһы асылыуына бик шатбыҙ.Хәҙер ауылдаштарҙың сифатлы медицина ярҙамын ваҡытында алыуы өсөн ҙур мөмкинлектәр асылды, – тине акушерка Лилиә Төхвәтуллина. Ул медицинала ҡырҡ йыл хеҙмәт итә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы и