Ошо көндәрҙә йәш әсә, билдәле йырсы һәм Ришат Төхвәтуллиндың ҡатыны Әлиә Ҡарасурина-Төхвәтуллина Өфөлә беренсе айырым концертын үткәрҙе. Сараның байрамдар осоронда булыуына ҡарамаҫтан, бөтә билеттар ҙа һатылып бөттө һәм тамашаны ҡарар өсөн тулы зал халыҡ килде. Ә бит быға тиклем ул һәр саҡ ире янында ғына йырлай ине, был юлы ул үҙенең дә өлгөрөп еткән артист икәнлеген күрһәтә алды. Ришат Төхвәтуллин иһә концертты залдан халыҡ менән бергә ҡараны. Ул ҡатыны менән һоҡланыуын белдерҙе, концерттың сағыу миҙгелдәрен социаль селтәрҙәргә һалып барҙы. Әйткәндәй, концертта Әлиә менән дуэт башҡарған Искәндәр Вәлиев һәм Ислам Кәлимуллин сығыш яһаны. Искәндәр сыҡҡас, Ришат нисек Әлиәгә тәҡдим яһарға хәл итеүе тураһында яҙҙы. Баҡһаң, улар оҙаҡ ҡына осрашып йөрөгән, ләкин Ришат тәҡдим яһарға ашыҡмаған. Ә бына Әлиә Искәндәр менән матур дуэттар йырлай башлағас, был уның өсөн этәргес булған. “Искәндәр Әлиә менән дуэт йырлай башлағас, мин әйтәм, тәҡдим яһап ҡалырға кәрәк”, – тигән ул. Был шаяртыумы, ысын
Ришат Төхвәтуллин ни өсөн Әлиәгә өйләнеүе тураһында әйтте
8 января 20258 янв 2025
2
~1 мин