Чижовтар йортонда "Ҡаҙаныштар мәле: 2024 йылды йомғаҡлау" тигән декбарь әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеүселәр лекторийы үткәрелде. Ойоштороусылары – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана, "Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүселәр союзы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Флүрә Әхмәрова исемендәге Өфө ҡала бүлексәһе һәм Өфө ҡалаһы Цветаева мәҙәни үҙәге. Фойела бай күргәҙмә эшләне. Башта "Ваҡыт һәм кешеләр. Тарих биттәре" тигән баҫманың исем туйы булды. Ул Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға – 450 һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. "Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүселәр союзы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Флүрә Әхмәрова исемендәге Өфө ҡала бүлексәһенең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы Гөлнара Иҡсанова әйтеүенсә, ошондай саралар изге эштәр ҡылырға саҡыра, яҡты уйҙарға әйҙәй, хатта маҡсаттар билдәләгәндә лә ныҡ ярҙам итә. – Баҫманы тиккә генә Өфөнөң 450 йыллығына һәм Еңеүҙең 80 йыллығына бағышламаныҡ, тарих –