Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Журналистар яугирҙәргә посылка әҙерләгән

“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәре коллективы “Яугирҙарға Яңы йыл бүләктәре” акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операция зонаһына посылка әҙерләгән. Журналистар мәтрүшкә, ҡарағат һәм еләк япраҡтары, һары мәтрүшкә, боланут сәйе һәм башҡа бәрәкәтле Хәйбулла ерендә үҫкән шифалы үләндәрҙән торған сәй әҙерләп, уларҙы пакетиктарға тултырған. Шулай уҡ әфлисун, лимон һәм алмаларҙы киптереп, татлы микстар әҙерләгән. Тағы ла коллектив һәм волонтерҙар редакция бинаһында 4Х6 метр ҙурлыҡтағы икенсе маскировка селтәрен үргән. Был эштә Аҡъяр ауылы ағинәйҙәре Мәрзиә Түснәкова, Фатима Ҡоҙабаева, Мәҙинә Ишкилдина, "Россельхозцентр" ойошмаһы белгестәре, райондың битараф булмаған башҡа кешеләре лә әүҙем ярҙам иткән. Редакцияла маскировка селтәрен үреү “Хәйбулла волонтерҙары” ирекмәндәр хәрәкәте етәкселәренең береһе Зилә Кәримова етәкселегендә ойошторолған. Ватан һаҡсыларына бөтә район тарафынан йыйылған Яңы йыл бүләктәре тейәлгән ҙур ылау 23 декабрҙә махсус хәрби о

“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәре коллективы “Яугирҙарға Яңы йыл бүләктәре” акцияһына ҡушылып, махсус хәрби операция зонаһына посылка әҙерләгән. Журналистар мәтрүшкә, ҡарағат һәм еләк япраҡтары, һары мәтрүшкә, боланут сәйе һәм башҡа бәрәкәтле Хәйбулла ерендә үҫкән шифалы үләндәрҙән торған сәй әҙерләп, уларҙы пакетиктарға тултырған. Шулай уҡ әфлисун, лимон һәм алмаларҙы киптереп, татлы микстар әҙерләгән. Тағы ла коллектив һәм волонтерҙар редакция бинаһында 4Х6 метр ҙурлыҡтағы икенсе маскировка селтәрен үргән. Был эштә Аҡъяр ауылы ағинәйҙәре Мәрзиә Түснәкова, Фатима Ҡоҙабаева, Мәҙинә Ишкилдина, "Россельхозцентр" ойошмаһы белгестәре, райондың битараф булмаған башҡа кешеләре лә әүҙем ярҙам иткән. Редакцияла маскировка селтәрен үреү “Хәйбулла волонтерҙары” ирекмәндәр хәрәкәте етәкселәренең береһе Зилә Кәримова етәкселегендә ойошторолған. Ватан һаҡсыларына бөтә район тарафынан йыйылған Яңы йыл бүләктәре тейәлгән ҙур ылау 23 декабрҙә махсус хәрби операция зонаһына юллана. Фото һәм сығанаҡ: Мәрйәм Иманғолова