Республикала ҙур сәйәси ваҡиғалар үтеп киткәс, оппозиция баҫмалары бер аҙ тынысланды кеүек. Шулай ҙа ваҡ-төйәк мәсьәләләр табып, бәйләнеп ҡалырға онотманылар. Бынан тыш илебеҙ башлығы Владимир Путиндың тура бәйләнеше лә улар иғтибарынан ситтә ҡалманы. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы хыянатсы һәм сит ил агенты Ростислав Мырҙағоловтың* үҙ каналды баҫтырған посына иғтибар итте. Ул дрондарҙан “ҡасыу” һәм сәғәтенә 160-200 километр тиҙлектә “уларҙан арыныу” ни тиклем ауыр булыуы тураһында бәйән итә. Имеш, Рәсәй ғәскәрҙәренең БПЛА-лары теләһә ниндәй граждандар машинаһына һөжүм итә. Ә бит ул үҙ-үҙенә ҡаршы килә. Нисек инде граждандар автомобиле, ә эсе тулы ҡораллы кешеләр? Шулай булғас, һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ... “Пруфы” баҫмаһы иһә нахаҡ таратыуын дауам итә. Был юлы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлиә Краснова тураһында уйлап сығарғандар. Улар хәбәр итеүенсә, интернетта уның оятһыҙ фотолары таралған. Улар, әлбиттә, тикшерелмәгән һәм хатта күрәләтә уйлап сығарылған мәғлүмәт баҫтырырға аптырамай. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән хәлде булһа ла иҫкә төшөрәйек. Ул саҡта министрҙы иҫерек килеш Ҡытайҙа йөрөй тип яҙып сыҡҡайнылар. Ә Әминә Шафиҡова унда хатта барманы ла бит. Был юлы улар даими рәүештә МХО-ға гуманитар йөк ташыған, герой-яҡташтарыбыҙ тормошон яҡтыртҡан кешегә бәйләнде. Юлиә Краснова икенсе депутат Артур Ғәлиев менән “Своих не бросаем” тапшырыуын алып бара. Яугирҙәр һәм ирекмәндәр эшен күрһәтә. Башҡа депутаттар кеүек үк райондарға барып һәләк булған яугирҙәр менән бәхилләшеүҙә ҡатнаша. Күптән түгел “Пруфы” Иглиндә йәшәгән ҡатындың Рәсәй Президентына мөрәжәғәтен баҫтырып сығарҙы. Унда ул, Радий Хәбиров алданған өлөшсөләрҙең бөтә проблемаларын да хәл итә алманы, тип раҫлай. Атап әйткәндә, ул төҙөлөп бөткән йортта коммуналь хеҙмәттәрҙең һаманғаса тоташтырылмауына һылтана. Ысынында хәл нисек тора? Иглин ауылында “Юлдаш” торлаҡ кварталында 1-се күп фатирлы йорт төҙөлә. Ике өлөшсө төҙөүсе – “Стройтрейдинг” компанияһы менән килешеү төҙөгән, уның директоры – Аҫылғужин И.М. Төҙөлөш 2009 йылда төҙөлөшкә рөхсәт биреүҙән башланған, ул 2015 йылға тиклем оҙайтылған. 2018 йылда төҙөлөштө ике этапҡа – ер аҫты һәм ер өҫтө өлөштәренә бүлгән проект әҙерләгәндәр. 2021 йылда “Стройтрейдинг” бөлгөнлөккә төштө һәм төҙөлөштө тамамлау өсөн икенсе компанияны яллайҙар. 2021 йылдың аҙағында йортто сафҡа индерергә рөхсәт бирелә, ләкин проект менән йорттоң ысынбарлыҡтағы торошо араһында тап килмәү сәбәпле 2023 йылда ул ғәмәлдән сығарала. Шуға ҡарамаҫтан, 2023 йылдың ноябрендә файҙаланыуға тапшырыуға яңы рөхсәт алынған. Әммә, ҡайһы бер өлөшсөләрҙең төҙөлөп бөткән бәхәсле объектты файҙаланыуға тапшырыу тураһындағы ҡарарҙарҙы инҡар итеү тураһындағы судҡа даими уйланылған дәғүәләре арҡаһында, ҡалған халыҡ торлаҡҡа хоҡуғы менән файҙалана алмай. Проблема шунда: йортто кадастр иҫәбенә ҡуймайынса йылытыу, электр уты, һыу һәм һыу бүлеү кеүек коммуналь хеҙмәттәргә тоташмауҙа. Һөҙөмтәлә унда йәшәүселәр уңайлы йәшәү өсөн кәрәкле шарттарһыҙ ҡала. Бер ниндәй ҙә алданған өлөшсөләр юҡ. Ни бары үҙ исктары менән йорттоң икенсе кешеләренә торлаҡ биреү процесын оҙаҡҡа һуҙған ике өлөшсө генә бар. Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы башлығы урынбаҫары Азамат Сәлихов ҡулға алынды. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 50 мең һум ришүәт өсөн ул бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү үткәреүҙән баш тартҡан. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең сираттағы ҡулға алыныуын “Пруфы” көтөп кенә ултыра ахыры. Йүгереп-йүгереп ниндәйҙер “ Хәбировтың енәйәтселәр исемлеген” тулыландыралар. Дөрөҫ, баҫма журналистары шул тиклем наҙан, хатта Салиховтың федераль чиновник булыуы тураһында ла белмәйҙәр. Уны тәғәйенләүгә Башҡортостан Башлығының бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ, ҡулға алыныусының да Хәбиров командаһына ҡыҫылышы юҡ. Сәлиховты Мәскәүҙән Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт тәғәйенләй. Бына тағы бер нисә миҫал – Башҡортостандың Роспотребнадзор, Һалым хеҙмәте, Башҡортостан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте етәкселәре – уларҙың барыһы ла федераль дәүләт хеҙмәткәрҙәре. Республиканың күп кенә киң мәғлүмәт саралары “Тура бәйләнеш” ваҡытында Владимир Путинға мөрәжәғәт иткән Нефтекамала йәшәүсе ҡатын тураһында яҙҙы. Ул президентҡа дарыуханаларҙа һәм дауаханаларҙа инсулинға ҡытлыҡ күҙәтелеүе хаҡында һөйләне. “Фактчекинг по-башкирски”хәлде асыҡланы һәм ысынында нимә булғанын белде. Пациент 2024 йылдың июленән поликлиникаға мөрәжәғәт итмәгән, ә инсулин поликлиниканан рецепт буйынса ғына бирелә. Ханым аптекаларҙа инсулин бармы-юҡмы тип һораған һәм кире яуап алған. Дарыуҙы һәр пациент өсөн исемләп алып киләләр, ул уны рецептһыҙ ала алмай. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә инсулин етештереү менән проблемалар юҡ. Бөгөнгө көндә Нефтекама дарыуханаларында 270 ҡап инсулин бар. Ә республика буйынса 46 368 ҡап препарат бар. Республикалағы льготалы граждандар өсөн уларҙың 9 712-һе бүленгән. Дарыуханаларға һәр пациентҡа препарат килтерәләр. Ә ихтыяжды поликлиникала алынған рецепт буйынса күрәләр. Ошо көндәрҙә ҡайһы бер телеграм-каналдарҙа 160-сы лицейҙа күмәкләп малайҙы туҡмауҙары хаҡында мәғлүмәт урынлаштырылды. Был яңылыҡ ысынбарлыҡҡа тура килмәй. 4-се класс уҡыусылары балалар майҙансығында уйнаған, тауҙан шыуып төшкән саҡта, бер-береһенең өҫтөнә йығылған. Уйын ваҡытында 10 йәшлек бала һикергән һәм ҡарға арҡаһы менән йығылып, тормайынса ятҡан. Шул ваҡытта икенсе класс уҡыусыһы, тауҙан төшөп, уның өҫтөнә ҡолаған. Унан ул урынынан торған, ә тегеһе ятыуын дауам иткән. Класташтары зыян күреүсе янына килеп, уға ярҙам итергә маташа, бер үк ваҡытта класс етәксеһенә шылтырата. Шәфҡәт туташы ашығыс ярҙам саҡыртҡан, һәм баланы мейе һелкенеү диагнозы менән 17-се дауаханаға оҙатҡандар. Был версияны мәктәп ихатаһындағы күҙәтеү камераларынан яҙмалар ҙа раҫлай – бер кем дә балаға ҡул күтәрмәгән. Уҡыусының әсәһенең бер ниндәй ҙә дәғүәһе юҡ, тикшереү туҡтатылған, бер кем менән дә судлашырға теләмәй һәм суд-медицина экспертизаһын үтеүҙән баш тарта. Мәктәптә эске тәртипте үтәү буйынса инструктаж үткәрелгән һәм барыһы ла яҡшы. * Ростислав Мырҙағолов – сит ил агенты тип танылды.
Республикала ҙур сәйәси ваҡиғалар үтеп киткәс, оппозиция баҫмалары бер аҙ тынысланды кеүек. Шулай ҙа ваҡ-төйәк мәсьәләләр табып, бәйләнеп ҡалырға онотманылар. Бынан тыш илебеҙ башлығы Владимир Путиндың тура бәйләнеше лә улар иғтибарынан ситтә ҡалманы. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы хыянатсы һәм сит ил агенты Ростислав Мырҙағоловтың* үҙ каналды баҫтырған посына иғтибар итте. Ул дрондарҙан “ҡасыу” һәм сәғәтенә 160-200 километр тиҙлектә “уларҙан арыныу” ни тиклем ауыр булыуы тураһында бәйән итә. Имеш, Рәсәй ғәскәрҙәренең БПЛА-лары теләһә ниндәй граждандар машинаһына һөжүм итә. Ә бит ул үҙ-үҙенә ҡаршы килә. Нисек инде граждандар автомобиле, ә эсе тулы ҡораллы кешеләр? Шулай булғас, һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ... “Пруфы” баҫмаһы иһә нахаҡ таратыуын дауам итә. Был юлы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлиә Краснова тураһында уйлап сығарғандар. Улар хәбәр итеүенсә, интернетта уның оятһыҙ фотолары таралған. Улар, әлбиттә, тикшерелмәгән һәм хатта күрәләтә уйлап сығарылған мәғлүмәт баҫт