Найти в Дзене

Федоровкала - "МатурБул" проекты

Хәйбулла районының Федоровка ауылы халҡы ошондай исем аҫтында шәп проект башлап ебәргән. Ул ауыл ерендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарға рухи яҡтан үҫешергә, нығынырға, үҙгәрергә, үҙен яратырға өйрәтеүгә йүнәлтелгән. «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы сиктәрендә ойошторолған проект райондың Ғаилә хеҙмәте оҙатыуында алып барыласаҡ. Проекттың беренсе – асыу көнөндә муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова ла ҡатнашып, был проектың мөһим, кәрәкле һәм көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бер нисә ай дауамында аҙна һайын ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн уларҙың көнүҙәк проблемаларына иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән проект барышында медицина, матурлыҡ, спорт, төрлө ҡул эштәре оҫталары һәм башҡа өлкә белгестәре ҡатнашлығында осрашыуҙар, оҫталыҡ дрестәре үтәсәк. Төп эксперттар – башлыса ошо ауылда тыуып үҫкән, әлеге көндә төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған белгестәр. Проект ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына үҙҙәренең мөмкинлектәрен һәм эске ресурстарын тормош проблемаларын еңеп сығыу өсөн мобилизациялау

Хәйбулла районының Федоровка ауылы халҡы ошондай исем аҫтында шәп проект башлап ебәргән. Ул ауыл ерендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарға рухи яҡтан үҫешергә, нығынырға, үҙгәрергә, үҙен яратырға өйрәтеүгә йүнәлтелгән. «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы сиктәрендә ойошторолған проект райондың Ғаилә хеҙмәте оҙатыуында алып барыласаҡ. Проекттың беренсе – асыу көнөндә муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова ла ҡатнашып, был проектың мөһим, кәрәкле һәм көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бер нисә ай дауамында аҙна һайын ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн уларҙың көнүҙәк проблемаларына иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән проект барышында медицина, матурлыҡ, спорт, төрлө ҡул эштәре оҫталары һәм башҡа өлкә белгестәре ҡатнашлығында осрашыуҙар, оҫталыҡ дрестәре үтәсәк. Төп эксперттар – башлыса ошо ауылда тыуып үҫкән, әлеге көндә төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған белгестәр. Проект ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына үҙҙәренең мөмкинлектәрен һәм эске ресурстарын тормош проблемаларын еңеп сығыу өсөн мобилизациялауҙа ярҙам итәсәк һәм көрсөк осраҡтарын еңеп сығыу өсөн ыңғай психологик күрһәтмәләр әҙерләйәсәк. Ә иң мөһиме, проект ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәрен яратырға өйрәтергә ярҙам итергә тейеш. Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы