Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һалдат дуҫлығы – ҙур көс

Яңыраҡ яҡташыбыҙ, Федоровка районының Бала-Сытырман ауылында тыуып үҫкән яугир тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Махсус хәрби операция башланғанға ҡәҙәр ул Себерҙә эшләй. Һуғышты фильмдәрҙә генә түгел, ысынбарлыҡта ла уның эҙемтәләрен үҙ иңендә татыған, Чечня биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, хәрби тәжрибәгә эйә яугир ул. Әле һалдат Ватан именлеген һаҡлай.”Бомба”позывнойлы яугир һалдаттарҙың көнкүреше, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләне. – Һәр һалдаттың тормошонда баһалап бөтмәҫлек ғәжәп бер көс бар, ул – яу яланында һынауҙар эсендә тыуған дуҫлыҡ. Беҙ бер-беребеҙҙе, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, “ туған” тип атайбыҙ. Маҡсат та бер: Тыуған ил халҡын һәм уның суверенитетын һаҡлау. Командирыбыҙ “Джаффар” ҙа яҡшы кеше. Ғәҙел, талапсан, кәрәк саҡта, ярҙамға килә. Үлем яҡын ерҙә бөтә тойғолар киҫкенләшә. Һәр позицияла хәл төрлөсә. Беҙ Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә һуғышабыҙ. Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ, мөмкинлек булғанда, ашарға үҙебеҙ әҙерләйбе

Яңыраҡ яҡташыбыҙ, Федоровка районының Бала-Сытырман ауылында тыуып үҫкән яугир тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Махсус хәрби операция башланғанға ҡәҙәр ул Себерҙә эшләй. Һуғышты фильмдәрҙә генә түгел, ысынбарлыҡта ла уның эҙемтәләрен үҙ иңендә татыған, Чечня биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан, хәрби тәжрибәгә эйә яугир ул. Әле һалдат Ватан именлеген һаҡлай.”Бомба”позывнойлы яугир һалдаттарҙың көнкүреше, уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге хаҡында һөйләне. – Һәр һалдаттың тормошонда баһалап бөтмәҫлек ғәжәп бер көс бар, ул – яу яланында һынауҙар эсендә тыуған дуҫлыҡ. Беҙ бер-беребеҙҙе, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, “ туған” тип атайбыҙ. Маҡсат та бер: Тыуған ил халҡын һәм уның суверенитетын һаҡлау. Командирыбыҙ “Джаффар” ҙа яҡшы кеше. Ғәҙел, талапсан, кәрәк саҡта, ярҙамға килә. Үлем яҡын ерҙә бөтә тойғолар киҫкенләшә. Һәр позицияла хәл төрлөсә. Беҙ Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә һуғышабыҙ. Блиндаждарҙа йәшәйбеҙ, мөмкинлек булғанда, ашарға үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Шишмәнең яҡын булыуы беҙҙе күп мәшәҡәттән ҡотҡара. Мунса һалдыҡ. Беҙҙең бурыс – дошманды үҙебеҙҙең позицияға индермәү. Ә улар бик яҡын. Азат ителгән ҡала һәм ауылдарҙы һаҡлайбыҙ. Чечняла һуғыш башҡаса ине, атыш та атыш... Ә хәҙер технологиялар һуғышы бара, хәрби дрондар һәм ракеталар сантиметрға тиклем теүәллек менән килтереп бәрә. Дошман бик көслө, экипировкаланған, һуғышта сыныҡҡан, боеприпастар менән яҡшы ҡоралланған, ниндәй генә “ҡошсоҡ”тары юҡ! Тере ҡалыу – һәр һалдаттың изге теләге. Бының өсөн һәр саҡ уяу булырға, иғтибарыңды юғалтмаҫҡа тейешһең, сөнки дрондың һис уйламағанда осоп килеп етеүе ихтимал. Күп нескәлектәрҙе бары һуғыш яланында ғына аңлайһың . Иҫән ҡалғаныма Хоҙай Тәғәләгә рәхмәт әйтәм. Мин бит хатта бронежилет кеймәйем, сөнки уның менән йүгереүе ҡыйын, үтә ауыр. Бер ваҡыт күрше блиндажға боеприпастар алырға барҙым , биш минут тирәһе ваҡыт үткәндер. Бер һалдат килеп , беҙҙең окопты шартлатыуҙарын әйтте. Беҙ иҫән ҡалдыҡ. Әсәйемдең доғалары, бәлки, ярҙам итәлер. Ул, әлбиттә, ҡайғыра, илай, тик миңә күрһәтмәҫкә тырыша. Ҡасан да булһа, барыбер еңәсәкбеҙ, бары яҡшыға ғына өмөтләнәбеҙ, – ти яҡташыбыҙ. Әлбиттә, ул барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләй алмай – хәрби сер. Яугир район ирекмәндәренә һалдаттар ғүмерен һаҡлаған маскировкалау селтәрҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Посылкаларҙың йыш ҡына уларға килеп етмәүе лә билдәле, һуғыш һуғыш инде. Ябай, баҫалҡы ауыл егете ул “Бомба”, тик ҡурҡыу белмәҫ, батыр, аҫыл ир заттарының береһе.. Ул бөгөн алғы һыҙыҡта , хеҙмәттәштәре янында. Беҙ уға иҫәнлек, именлек теләйбеҙ. Фото: https://ashzori.ru/articles/common_material/2024-12-09/bomba-uveren-chto-pobedim-4043660