Туймазы ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында Ленин проспекты һәм ҡала майҙаны төҙөкләндерелде. Ағымдағы йылда стела һалынды, унда сәғәттәр һәм яҡтыртҡыстар, гранит плитәләр ҡуйылды. Уларҙа: “Туймазы еренең ғорурлығы” тип яҙылған. Унда төрлө һөнәр эйәләре: уҡытыусылар, табиптар, төҙөүселәр, хәрби хеҙмәткәрҙәр һүрәтләнгән. Ғәҙәттәгесә, майҙан һәр ҡаланың төп объекттарының береһе булып тора. Уның урынлашыуы, тулылығы, биҙәлеше буйынса ҡаланың статусы һәм уның үткәне тураһында һығымта яһарға мөмкин. Майҙан ял итеү, яңылыҡтар менән танышыу һәм ҡала байрамдарын үткәреү өсөн ҡала халҡын йыйыу урыны булып тора. 2023 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә тауыш биреү барышында ҡала халҡы хуплаған Октябрь майҙанын төҙөкләндереү эштәре башланды. Бында яҡтыртҡыслы фонтан эшләй башланы, майҙандың үҙенә таш түшәлгән, фонарҙар ҡуйылған, ә периметры буйынса ағастар ултыртылған. 2024 йылда Октябрь майҙанында 12,5
Туймазыла Октябрь майҙанында иҫтәлекле стела барлыҡҡа килде
17 декабря 202417 дек 2024
1 мин