Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Иң яҡшы табип” конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр

Бөгөн тантаналы шарттарҙа “Иң яҡшы табип-2024” республика конкурсында ҡатнашыусылар һәм Бөтә Рәсәй этабында еңеүселәр бүләкләнде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Салауат Харасов ҡатнашты. – Республиканың бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә уларҙың еңел булмаған көндәлек хеҙмәте өсөн рәхмәт белдергем килә. Башҡортостан Башлығы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостан Башлығы эргәһендә Совет булдырылған. Быларҙың бөтәһе лә тармаҡтағы эште яҡшыртырға һәм, әлбиттә, табип профессияһының статусын күтәрергә ярҙам итә, – тине Урал Килсенбаев. Был конкурс медицина берлеге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, ул медицинаның төрлө өлкәләрендәге иң яҡшы белгестәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Йыл һайын республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ойошмалары етәкселәре менән берлектә конкурсҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итеү

Бөгөн тантаналы шарттарҙа “Иң яҡшы табип-2024” республика конкурсында ҡатнашыусылар һәм Бөтә Рәсәй этабында еңеүселәр бүләкләнде. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Салауат Харасов ҡатнашты. – Республиканың бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренә уларҙың еңел булмаған көндәлек хеҙмәте өсөн рәхмәт белдергем килә. Башҡортостан Башлығы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостан Башлығы эргәһендә Совет булдырылған. Быларҙың бөтәһе лә тармаҡтағы эште яҡшыртырға һәм, әлбиттә, табип профессияһының статусын күтәрергә ярҙам итә, – тине Урал Килсенбаев. Был конкурс медицина берлеге өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, ул медицинаның төрлө өлкәләрендәге иң яҡшы белгестәрҙе асыҡларға ярҙам итә. Йыл һайын республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ойошмалары етәкселәре менән берлектә конкурсҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса әүҙем эш алып бара. Бындай эш принцибы төбәктә йыл һайын конкурста ҡатнашыусылар һанын арттырырға ярҙам итә. – Был конкурс, төрлө өлкә белгестәрен берләштереп, беҙҙең профессиональ тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Бөгөн беҙ республика этабындағы еүеүселәрҙе һәм призерҙарҙы тәбрикләйбеҙ. Конкурс һөҙөмтәһенән тыш та унда ҡатнашыусыларҙың һәр береһе еңеүсе. Белемегеҙҙе генә түгел, йөрәгегеҙҙе лә биреп эшләгән табип профессияһының үҙегеҙҙең булмышығыҙ икәнен иҫбатланығыҙ, – тине Айрат Рәхмәтуллин. Конкурстың республика этабына 247 эш тәҡдим ителгән, уларҙың 28-е Өфө ҡалаһының медицина ойошмаларынан. Республиканың ике табибы “Иң яҡшы табип-2024” Бөтә Рәсәй конкурсының өсөнсө этабы еңеүселәре тип табылды. Иң яҡшы акушер-гинеколог булып Республика клиник перинаталь үҙәгенең акушер-гинекология стационары мөдире Динар Ғабдрахманов, ә Рәсәйҙең иң яҡшы табип-эксперты булып 21-се дауахананың патологоанатомик бүлексәһе мөдире Сергей Щекин танылды. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.