Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөгөн тағы ла ҡайғылы хәбәр алдыҡ...

Кәбисә йылының һуңғы көндәре лә тыныс ҡына уҙырға йыйынмай, берәм-берәм кешеләрҙе сүпләүен дауам итә. Бөгөн тағы ла ҡайғылы хәбәр алдыҡ: хеҙмәтәшебеҙ, “Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Айрат улы Бикбулатов вафат булған. Ул үҙ эшен бик яратып башҡарған, балаларҙа матбуғатҡа һөйөү уятыуға тос өлөш индергән, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан ҡәләмдәшебеҙ ине. Рәзил Айрат улы Бикбулатов 1975 йылдың 1 мартында Архангел районының Архангел ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1993 йылда Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзитендә башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында хәбәрсе, алып барыусы, мөхәррир була. 2004 – 2006 йылдарҙа – “Йәшлек” гәзитендә хәбәрсе, 2006 – 2008 йылдарҙа – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең агитация-пропаганда эше бүлегенең әйҙәүсе белгесе, 2008 – 2013 йылдарҙа – Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың мәғлүмәт технологиялары һәм йәмәғәт бәйләнеше буйынса директор у

Кәбисә йылының һуңғы көндәре лә тыныс ҡына уҙырға йыйынмай, берәм-берәм кешеләрҙе сүпләүен дауам итә. Бөгөн тағы ла ҡайғылы хәбәр алдыҡ: хеҙмәтәшебеҙ, “Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Айрат улы Бикбулатов вафат булған. Ул үҙ эшен бик яратып башҡарған, балаларҙа матбуғатҡа һөйөү уятыуға тос өлөш индергән, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан ҡәләмдәшебеҙ ине. Рәзил Айрат улы Бикбулатов 1975 йылдың 1 мартында Архангел районының Архангел ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1993 йылда Йылайыр районының “Ауыл уттары” гәзитендә башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында хәбәрсе, алып барыусы, мөхәррир була. 2004 – 2006 йылдарҙа – “Йәшлек” гәзитендә хәбәрсе, 2006 – 2008 йылдарҙа – “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең агитация-пропаганда эше бүлегенең әйҙәүсе белгесе, 2008 – 2013 йылдарҙа – Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың мәғлүмәт технологиялары һәм йәмәғәт бәйләнеше буйынса директор урынбаҫары, 2014 – 2015 йылдарҙа – “Берҙәм Рәсәй гәзите мөхәрририәте. Башҡортостан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең махсус проекттар етәксеһе, 2015 – 2017 йылдарҙа “БашАгроРесурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Урожайная грядка” гәзите директоры, 2017 – 2019 йылдарҙа – Рәсәй Баҡсасылары берлегенең Башҡортостан Республикаһы буйынса матбуғат секретары, 2019 йылдан бөгөнгәсә “Аманат” республика балалар-үҫмерҙәр журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләне. Рәзил Бикбулатов ең һыҙғанып эшләр сағында арабыҙҙан китеп барҙы. Яратып, ҡурсалап үҫтергән улы атайһыҙ ҡалды. Бик йәл. Мәрхүм менән хушлашыу 28 декабрҙә 14-00 сәғәттә Өфөләге Матбуғат йортоноң фойеһында була. "Башҡортостан" гәзите коллективы Рәзил Айрат улының ғаиләһенең, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Фото: Рәзил Бикбулатовтың шәхси архивынан алынды.