Найти в Дзене

Ҙур проект тормошҡа ашырыласаҡ

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы хакимиәтендә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Көн тәртибендә – төҙөлөш ташын сығарыу һәм эшкәртеү буйынса инвестор проекты. Предприятие директоры төҙөлөш ташын эшкәртеү буйынса завод төҙөү планлаштырылыуы хаҡында һөйләне, инвестицияларҙың дөйөм күләме 200 миллион һум тәшкил итә. Проекттың әлеге торошо - лицензия биреү, завод өсөн сәнәғәт майҙансыҡтарын һайлау, проектлау, төҙөлөшкә рөхсәт биреү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү. Шулай уҡ предприятие директоры ғәмәлдәге энергия ҡеүәттәренә, тимер юл тупиктарына һәм хеҙмәт ресурстарына ҡағылышлы проблемалы мәсьәләләрҙе әйтеп ишеттерҙе. Үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” һөҙөмтәләре буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәм финанс ярҙам саралары тураһында кәрәкле мәғлүмәти консультация күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ үҙ

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы хакимиәтендә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Көн тәртибендә – төҙөлөш ташын сығарыу һәм эшкәртеү буйынса инвестор проекты. Предприятие директоры төҙөлөш ташын эшкәртеү буйынса завод төҙөү планлаштырылыуы хаҡында һөйләне, инвестицияларҙың дөйөм күләме 200 миллион һум тәшкил итә. Проекттың әлеге торошо - лицензия биреү, завод өсөн сәнәғәт майҙансыҡтарын һайлау, проектлау, төҙөлөшкә рөхсәт биреү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү. Шулай уҡ предприятие директоры ғәмәлдәге энергия ҡеүәттәренә, тимер юл тупиктарына һәм хеҙмәт ресурстарына ҡағылышлы проблемалы мәсьәләләрҙе әйтеп ишеттерҙе. Үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” һөҙөмтәләре буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәм финанс ярҙам саралары тураһында кәрәкле мәғлүмәти консультация күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ үҙ эшен ойошторорға теләгәндәрҙең барыһы ла саҡырыла. Яҙма Башҡортстан ның Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ (“Инвестиция сәғәте. Ғариза биреү” бүлеге) алып барыла, – тип билдәләнеләр Учалы районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.