Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика журналистикаһының иң яҡшы вәкилдәрен — «Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» беренсе республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләне. Тантаналы сара бөгөн, 26 декабрҙә, Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында үтте. «Хеҙмәтегеҙгә хөрмәт менән ҡарайым. Беҙҙең 30-ға яҡын журналист даими рәүештә махсус операция зонаһына командировкаларға сыға. Хәрби хәбәрселәр пулы барлыҡҡа килде. Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров, Вәдүт Исхаҡов, Эдуард Ҡусҡарбәков, Гүзәл Хәмитова һәм башҡалар. Журналист өсөн үҙ геройы менән аралашыу, ваҡиғалар урынында булыу мөһим. Бының өсөн һеҙ меңләгән саҡрым юл үтәһегеҙ. Шартлауҙар яңғыраған, пилотһыҙ осҡостар һөжүм иткән урында эшләү өсөн, ысынлап та, ҡыйыулыҡ талап ителә. Уның ҡарауы, һеҙҙең сюжеттарҙа, мәҡәләләрҙә, китаптарҙа – окоптағы ысынбарлыҡ, ир-егеттәрҙең батырлығы, бына шуларҙы кешеләргә еткерергә кәрәк», – тине Радий Хәбиров. «Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» конкурсы еңеүселәре: «Хәҡиҡәт» номинацияһында еңеүселәр: — «
Башҡортостан Башлығы республиканың иң яҡшы журналистарына наградалар тапшырҙы
26 декабря 202426 дек 2024
14
3 мин